Мәғариф
7 Сентября 2021, 10:20

Тағы ла 207 «Үҫеү нөктәһе»

2021 йылдың 1 сентябренән «Үҫеү нөктәһе» мәғариф үҙәктәре тағы ла 207 «нөктә»гә артты. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

«Мәғариф» милли проектының «Заманса мәктәп» федераль проекты сиктәрендә булдырылған «Үҫеү нөктәһе» үҙәктәренең Башҡортостан буйынса дөйөм һаны хәҙер 382-гә етте.

2021 йылдың 1 сентябренән ауыл һәм бәләкәй ҡала мәктәптәрендә тормошҡа ашырылыусы мәғариф үҙәктәре тағы ла 207 «нөктә»гә артты. «Заманса мәктәп» федераль проекты эшләгән 2019, 2020 йылдарҙа республиканың 175 мәктәбе базаһында һанлы, тәбиғи-фәнни һәм гуманитар профилле уҡыу үҙәктәре асылып, информатика, технология, ОБЖ предметтарын уҡытыу программалары буйынса матди-техник базаларын яңыртты. Бынан алдағы ике уҡыу йылында «Үҫеү нөктәһе» Әбйәлилдең биш белем усағында – Ташбулат, Амангилде, Красная Башкирия, Сиҙәм урта мәктәптәрендә, Таһир Кусимов исемендәге гимназияла асылды. Уларҙа белем алыусылар һаны 2205 уҡыусы. Ағымдағы уҡыу йылында Байым, Таштимер, Гусев, Ишҡол, Ҡырҙас, Хәмит урта мәктәптәрендә лә заманса үҙәктәр ишек аса. Был маҡсатта 9 миллион һум аҡса бүленгән.

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Тағы ла 207 «Үҫеү нөктәһе»
Тағы ла 207 «Үҫеү нөктәһе»
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас