Мәғариф
7 Сентября 2021, 05:27

Уңышлы юлдар һеҙгә!

Мәктәптәрҙә генә түгел, юғары уҡыу йорттарында ла уҡыуҙар башланды.

Мәктәптәрҙә генә түгел, юғары уҡыу йорттарында ла уҡыуҙар башланды. Быйыл 11-се класты тамамлап, берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырған йәш райондаштарыбыҙ ҙа үҙҙәре теләгән уҡыу йорттарына инеп, илебеҙҙең төрлө ҡалаларына таралышты. Уларҙың бер нисәүһе менән бәйләнешкә сығып, хәлдәрен белештек.

Гүзәлиә Муллағәләмова, Асҡар ауылы:
— Таһир Кусимов исемендәге гимназияны алтын миҙалға тамамланым, БДИ һөҙөмтәләрем дә яҡшы булды. Юғары балл йыя алғас, илебеҙҙең абруйлы вуздарына документтарымды ебәрҙем. Шулай итеп, хыялым тормошҡа ашты — Рәсәй Халыҡтар дуҫлығы университетының инженер академияһына уҡырға индем. Нефть-газ йүнәлеше буйынса белем аласаҡмын. Берҙәм дәүләт имтихандарының яҡшы һөҙөмтәләренә ярашлы, университет ятағына, юғары стипендияға, тәржемәсе модулен өйрәнеүгә 50 процентлыҡ ташламаға хоҡуҡлы булдым. Август аҙағында Мәскәүгә килеп, ятаҡҡа урынлаштым. Беҙҙең ятаҡ 15 ҡатлы һәм унда бөтә уңайлыҡтар бар: дүрт кешелек бүлмәлә йәшәйем, санузел, кухня ла ошонда уҡ. Бушлай Wi-Fi, беренсе ҡатта ҙур ғына китапхана, магазин, подвалда кер йыуыу һәм үтекләү бүлмәләре урынлашҡан.
РУДН-да беҙ балл-рейтинг системаһы буйынса уҡыйбыҙ, йәғни һәр семестр һайын балдар йыябыҙ һәм шуларҙың һөҙөмтәһе буйынса баһалар ҡуйыла. Халыҡтар дуҫлығы университеты интернациональ вуз булараҡ, беҙҙең төркөмдә сит ил студенттары күп кенә, мәҫәлән, ятаҡта ҡаршы бүлмәлә йәшәүсе Ҡытай ҡыҙыҡайы менән таныштым. Сит ил уҡытыусылары ла бар, шуға күрә тәржемәсе модулен өйрәнеүҙән тыш, үҙ телдәрендә иркен һөйләшеүселәр менән аралашып, инглиз йә башҡа сит телде яҡшылап үҙләштерергә мөмкин. Мин әлегә испан телен өйрәнәсәкмен. Әлбиттә, вуз менән ныҡлап танышмағанмын әле, әммә университетыбыҙҙы ысын күңелдән яратырға өлгөрҙөм. Ә Мәскәү — һоҡланғыс ҡала!
Аделия Нафиҡова, Асҡар ауылы:
— 11 йыл буйы белем алған мәктәбем — Таһир Кусимов исемендәге гимназияны алтын миҙалға тамамланым. Төп предметтар рус теле һәм математиканан тыш, инглиз теле һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙым. Бөтәһенән дә яҡшы балл йыйыуға өлгәштем. Документтарымды БДУ, БДПУ, БДАУ, Рәсәй Халыҡтар дуҫлығы университетына ебәргәйнем. Шулай ҙа Аграр университет үҙемә нығыраҡ оҡшаны. Агротехнологиялар һәм урман хужалығы факультетының ландшафт архитектураһы бүлегендә белем аласаҡмын. Төркөмдә беҙ 34 кеше, Әбйәлилдән студенттар байтаҡ. БДИ һөҙөмтәләре буйынса юғары балл йыйыусы булараҡ, бик уңайлы ятаҡтан урын бирҙеләр. Бында бүлмәбеҙ ҡунаҡхана кеүек — бөтә шарттар булдырылған. Өфө вуздары Рәсәйҙең башҡа уҡыу йорттарынан бер нәмәһе менән дә ҡалышмай, төплө белем бирәләр, студенттар тырышып уҡыһын, үҙен һәр яҡлап аса алһын өсөн мөмкинлектәр ҙур. Шуға мин дә атай-әсәйемдең, уҡытыусыларымдың ышанысын аҡлай алырмын тип уйлайым.
Эльмир Бекбаулин, Асҡар ауылы:
— 1-се Асҡар урта мәктәбен тамамлап, төп дәүләт имтихандарынан тыш, профилле математика һәм информатиканан һынау тапшырҙым. Тап ошо йүнәлеште һайлаясағымды 9-сы класта уҡ белә инем, шуға күрә Өфөләге, Ҡазандағы һәм Мәскәүҙәге техник универ-ситеттарға документтарымды тапшырҙым. Һөҙөмтәлә, балдар һаны буйынса өсәүһенә үттем, шулай ҙа Башҡортостандың төп вузы булған Башҡорт дәүләт университетын һайланым. Математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультетында һөнәр үҙләштерәсәкмен. Өфөлә ҡалыуым һәйбәт тип иҫәпләйем, берҙән өйгә ҡайтып йөрөүгә яҡын булһа, икенсенән бер туған ҡустым Вадим да баш ҡалалағы кадет корпусында уҡып йөрөй. Шуға бер-беребеҙгә яҡын булырбыҙ тип уйланым. БДУ миңә оҡшаны, бында яҡшы белгестәр әҙерләйҙәр. Төплө белем биргән 1-се Асҡар мәктәбе уҡытыусыларына, мине хуплап торған, терәк булған әсәйемә рәхмәт белдерер инем.
Асия Хәйруллина, Буранғол ауылы:
— Буранғол урта мәктәбен яҡшы билдәләргә тамамлай алдым һәм бәләкәй саҡтағы хыялымды тормошҡа ашырҙым: мин хәҙер Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты! «Дауалау эше» факультетында уҡыясаҡмын. Медицина өлкәһен һайлаясағымды алдан белгәс, берҙәм дәүләт имтихандарын да ошо йүнәлештә — биология һәм химия фәндәренән тапшырҙым. Университетҡа конкурс бик ҙур ине, шулай ҙа балдар һаны буйынса был һынауҙы үтә алыуыма шатмын. Әлегә беҙҙең уҡыуыбыҙ дистанциялы бара, әммә 1 сентябрҙә Өфөгә барып, группалаштарым, уҡыу йортом менән танышып, яҡшы тәьҫораттар туплап ҡайттым.

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас