Мәғариф
20 Сентября 2021, 04:05

Олимпиадалар онлайн форматта үтә

1 – 9-сы класс уҡыусылары экология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнаша ала.

Ул 4 октябргә хәтлем онлайн форматта уҙғарыла. Иң ҡыҙыҡлы һәм ҡатмарлы күнегеүҙәр ecology.uchi.ru сайтында урынлаштырылған. Олимпиадала бөтә илдән миллиондан ашыу уҡыусы ҡатнашасаҡ тип көтөлә. Бәйге «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла һәм йөкләмәләрҙә «Экология» милли проекты йүнәлештәре тураһында ла һүҙ барасаҡ. Атап әйткәндә, балалар йылға-күлдәрҙе һаҡлау, атмосфераны ағыуламау һәм башҡалар тураһында ентекле беләсәк.

Олимпиадалар онлайн форматта үтә
Олимпиадалар онлайн форматта үтә
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас