Мәғариф
28 Сентября 2021, 18:05

Беҙҙең университет та бар

Рәсәй Фән һәм мәғариф министрлығы “Приоритет-2030” программаһына Рәсәй Федерацияһының 49 төбәгенән 106 университетты һайлап алған. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Конкурс комиссияһы  ҡарарына ярашлы, Өфө дәүләт нефть техник университетының “Приоритет-2030” программаһында ҡатнашыуы хупланған.

27 сентябрҙә Рәсәйҙең фән һәм юғары мәғариф министры Валерий Фальков ТАСС-та барған матбуғат конференцияһы ваҡытында “Приоритет-2030” стратегик академик лидерлыҡ программаһына университеттарҙы һайлау һөҙөмтәләре менән таныштырған.

Рәсәй Фән һәм мәғариф министрлығы “Приоритет-2030” программаһына Рәсәй Федерацияһының 49 төбәгенән 106 университетты һайлап алған. Вуздарҙың 60 проценты – төбәктәрҙән. 28-е генә - Мәскәүҙә, 11-е Санкт-Петербургта урынлашҡан. Тағы 67 вуз – 47 төбәктән. Был барлыҡ ойошмалар гранттың төп өлөшөн – 100 миллион һум – аласаҡ.

Өфө дәүләт нефть техник университетының үҫеш программаһы энергия ресурстарын табыуға, транспортлауға, ҡайтанан эшкәртеүгә, халыҡ тормошо сифатын күтәреү кеүек һорауҙарға яуаптарҙы туплаған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Приоритет-2030” – университеттар үҫеше һәм дәүләт ярҙамы өсөн киң масштаблы программа. Уның маҡсаты – 2030 йылға тиклем Рәсәйҙә 100-ҙән ашыу заманса университет формалаштырыу. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Фән” милли проекты маҡсаттарының береһе.
#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас