Министрҙар кабинеты Президент йөкләмәһен яҡын арала ҡарарға һәм 15 декабргә хәтлем балалар, уларҙың ата-әсәләре өсөн психологик ярҙам күрһәтеүсе онлайн-платформа булдырыу концепцияһын тәҡдим итергә тейеш. Был платформаны «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыуҙары ихтимал. «Был йүнәлештә беҙ, үкенескә ҡаршы, сит илдәрҙән ҡалышабыҙ, — тине В. Путин. — Секунд һайын интернет селтәренән ағылған бөтә төр мәғлүмәт менән балалар үҙ аллы эш итә алмай, насар йоғонтоға бирелә. Шуға күрә бәлиғ булмағандар буталып китһә, ғаиләлә аңлашылмаусанлыҡ тыуһа, ярҙам һорап кемгә мөрәжәғәт итергә мөмкин икәнлеген белергә тейеш».