Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың «Башҡортостан Республикаһында ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар биреү тураһында»ғы ҡарарына ярашлы, ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға тәғәйен грантҡа эйә булғандар араһында 1-се һанлы Асҡар урта мәктәбенең физика уҡытыусыһы Эльмира Ишҡолова ла бар. Ошо һөйөнөслө хәбәр айҡанлы һәм Уҡытыусылар көнө уңайынан йәш белгес менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
— Эльмира Ғәлимйән ҡыҙы, үҙегеҙ менән таныштырып китһәгеҙ ине.
— Мин Әстрахан өлкәһендә тыуғанмын. 6 йәш тулғас әсәйемдең тыуған ауылы Асҡарға күсеп килдек. Беренсе класҡа 1-се һанлы Асҡар урта мәктәбенә барҙым, башланғыс белемде тәжрибәле уҡытыусыларҙың береһе Любовь Григорьевна Павлюковичта алдым. Бишенсенән Ирина Кремельевна Детинина етәкселегендәге класта уҡыным. Һуңғы ике йыл Таһир Кусимов исемендәге гимназияла белем алдым, унда инде класс етәксебеҙ Зилә Ғәбит ҡыҙы Сирғәлина булды.
— Уҡытыусы булыу теләге ҡасан уянды?
— Мин уҡытыусыларҙан уңдым. Нәҡ улар һайлаясаҡ һөнәремә һөйөү уятты, дәртләндерҙе. Унынсыла уҡығанда уҡ мин мәктәптән һуң мотлаҡ педагог буласағымды белә инем. Бар тиҫтерҙәрем юрист, иҡтисадсы булырға хыялланғанда, мин уҡытыусы булырға теләнем. Һәм физика фәнен яратҡас, тап шул йүнәлеште күҙ уңында тоттом. Гимназияны миҙалға тамамлағас, документтарымды Башҡорт дәүләт педагогия университетына тапшырҙым.
— Һынауҙарҙы уңышлы тапшырып, студент булып киттегеҙ...
— Вузға һынауһыҙ үттем. Имтиханға инеп ултырғайным ғына, «Үтәғолова Эльмира һеҙ автоматик рәүештә ҡабул ителдегеҙ» тип, һынауҙарҙан азат иттеләр. Студент йылдарында бишенсегә тиклем төркөмдөң старостаһы булдым. Параллель төркөмдөң старостаһы булған әхирәтем бишенсе курста декрет отпускаһына киткәс, уның төркөмдәштәре «Беҙҙә лә староста бул да ҡуй», тигәстәре, уҡыу тамамланғансы ике төркөмдә ошо бурысты атҡарҙым. Әүҙем йәмәғәтсе булараҡ мине, дүртенсе курстан һуң бушлай юллама менән Ҡырымға ял итергә ебәрҙеләр. Биш йыл дауамында юғары стипендия алып уҡыным. Бер һүҙ менән әйткәндә, студент тормошо тик яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы.
— Хыялдар тормошҡа ашты, тимәк?
— Шунда уҡ түгел. Ҡулыма диплом алғас, әлбиттә, хеҙмәт юлымды мәктәптә башларға теләнем. Тик был осор һәр урында ҡыҫҡартылыуҙар хөкөм һөргән, йәғни иҡтисади көрсөк кисергән 2008 йыл ине. Асҡарҙа эш таба алманым, Өфөлә эҙләнем, Шишмәгә лә барып ҡараным. Шулай бер нисә ай ҡаңғырып йөрөгәндән һуң, илдә тотороҡлолоҡ урынлашҡанса, Италияла йәшәгән Ирина апайым янына барырға хәл ителде. Сит илдә, әлбиттә, иң элек телде өйрәндем, унан инде няня булып эшкә урынлаштым. Шулай йыл ярым эшләгәндән һуң, Асҡарға ҡайтып төштөм. Күп тә үтмәй, буласаҡ тормош иптәшемде осратып, кейәүгә сыҡтым, ҡыҙым тыуҙы.
— Яратҡан һөнәрегеҙ буйынса ҡасан эш башланығыҙ?
— Ҡыҙыма ярты йәш тулғайны, район мәғариф бүлеге йыл да үткәргән вакансиялар йәрминкәһенә барырға булдым. Һәм Дәүләт урта мәктәбенә һөнәрем буйынса эшкә урынлаштым. Бөгөн булһа был коллективҡа рәхмәтлемен: миңә ышаныс белдерҙеләр, бәләкәй балам булыуын иҫәпкә алып, расписаниены уңайлы итеп төҙөнөләр, методик көн дә бирҙеләр. Дәрестәргә әҙерләнгәндә нимәгә айырыуса иғтибар итергә, нисек план төҙөргә йүнәлеш бирҙеләр. Был мәктәптә эшләүемә бер йыл үтеүгә, Асҡар урта мәктәбенә саҡырҙылар. Физика фәненән уҡытҡан Нажиә Ниғмәтйән ҡыҙы хаҡлы ялға киткәс, уның урынында ҡалдым. Шулай итеп, 2013 йылдан бөгөнгә тиклем ошо мәктәптә балаларға физиканан ғына түгел, икенсе йыл инде математиканан да белем бирәм. Бөгөн математика уҡытыусылары етешмәүен күҙ уңында тотоп, был фән буйынса уҡыуҙар үттем. Был фәнде үҙләштереүе ҡыйын булманы, сөнки студент саҡта уҡыусыларға математиканан белем биреү буйынса өҫтәмә дәрестәр ала инем.
— Байтаҡ тәжрибә тупларға өлгөргән уҡытыусы булараҡ ҡаҙаныштарығыҙ ҙа барҙыр?
— Уҡытыусы белемен даими камиллаштырырға, һөнәри яҡтан үҫешергә тейеш. Үҙем дә, уҡыусыларым да төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашырға тырышабыҙ. 2015 йыл, мәҫәлән, йәш уҡытыусыларҙың «Өмөт» район бәйгеһендә еңеү яуланым. Бәйге-ярыштарҙа ҡатнашыу башҡа мәктәптәрҙән коллегалар менән аралашырға мөмкинлек бирә, йәғни кешене күреп, үҙеңде күрһәтеп, бик күп тәжрибә тупларға ла була. Уҙған уҡыу йылында тәүгә дистанциялы уҡыуға күскән осорҙа онлайн дәрес биреү буйынса үткән бәйгелә беренсе урын яулауым миңә ҡанаттар ҡуйҙы. Бөгөн юғары категориялы уҡытыусы булыуым икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй.
Ғөмүмән, уҡытыусының уңыштары — ул уҡыусыларының ҡаҙаныштары, минеңсә. Үҙемдең уҡыусыларым менән ғорурланам. Физика, астрономия буйынса олимпиада-бәйгеләрҙә уларҙың призлы урындар яулауы оло шатлыҡ. Балаларҙы фәнни-эҙләнеү эштәренә йәлеп итергә тырышам. Сөнки бындай эштәр БДИ буйынса өҫтәмә балдар йыйыу мөмкинлеге бирә. Уҙған уҡыу йылында уҡыусыларымдың фәнни эштәре республика кимәлендә еңеү яуланы. Уҙған йыл Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабында еңеүсе әҙерләгән өсөн Башҡортостан Мәғариф министрлығының дипломына лайыҡ булдым.
Хәҙер физиканан БДИ тапшырыусылар күп. Уҡыусыларымдың имтиханда юғары һөҙөмтә күрһәтеүе — хеҙмәтемдең емеше. Миҫалға, Аделя Хәйретдинова — 95, Илдар Мөхтәруллин 87 балл йыйҙы. Быйылғы сығарылыштан Динар Әмиров 83 балға эшләне. Мәктәпте тамамлап сыҡҡан ҡыҙҙар һәм малайҙар менән бәйләнеште өҙмәйбеҙ. Студенттар мәктәпкә килеп осрашып, һөйләшеп, хәлдәрҙе белешеп торалар, мин дә уларҙы көтөп алам. Бер байрамды ла онотмай, ҡотлап, изге теләктәрен ебәреп торалар. Бына шулай уҡытыусы хеҙмәте — оҙаҡ йылдар үҙ емештәрен бирер эш ул.
— Ғаиләң хаҡында ла бер нисә һүҙ...
— Әсәйем Фәриҙә Иҙрис ҡыҙы ғүмере буйына район китапханаһында эшләне. Ул маҡсатына ынтылыусан, көслө кеше, мин уның кеүек булырға тырышам. Һәр яҡтан беренсе ярҙамсым һәм кәңәшсем. Булған шатлыҡ-һөйөнөстәрем менән уртаҡлашырға, ауыр саҡта иңен ҡуйырҙай әсәйем булыуы менән бәхетлемен. Тормош иптәшем Альберт — Магнитогорск ҡалаһынан. Ул Асҡарҙы ныҡ оҡшата, шуға өйләнешкәс тә, бында йәшәргә ҡалдыҡ. Ике бала үҫтерәбеҙ: Лилиә ҡыҙым дүртенсе класта уҡый, Марат улым балалар баҡсаһына йөрөй. Йорт һала башланыҡ.
— Ауыл уҡытыусыларына тәғәйенләнгән грант буйынса бүленгән аҡса төҙөлөштө тиҙләтергә ярҙам итәсәк, тимәк?
— Эйе, грантты файҙаланып, йорт төҙөлөшөн тамамлау хыялыбыҙ. Был ярҙам сараһын алыуы еңел генә булманы, әлбиттә. Был эштә миңә кәңәше менән ярҙам иткәндәргә, терәк булғандарға рәхмәтем сикһеҙ. Грантта ҡатнашырға ҡарар иткәс, мәктәп директоры Миләүшә Ямалова: «Һеҙ еңеп сығасаҡһығыҙ, ҡатнашығыҙ», — тип ҡеүәт-ләп ебәреүе ышаныс уятты. Проектты яҙғас, Рита Сәлимйән ҡыҙы Харисова төҙәтмәләр, өҫтәмәләр индереп, минең менән алтышар сәғәт ултырған мәлдәре булды. Матур һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, телмәр байлығы яғынан килешле итеүҙә рус теле уҡытыусыһы Рәзилә Марс ҡыҙы Солтанованың өлөшө ҙур. Документтар йыя башлағас, Гөлдәр Рәсих ҡыҙы Насированың ныҡлы ярҙамын тойҙом. Әхирәтем Елизавета Марат ҡыҙы Машкова һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороуы дәрт өҫтәне. Гүзәл Рәшит ҡыҙы Фәйзуллинаның аныҡ, тулы яуап биреүе эшемде ныҡлы итте. Бер һүҙ менән әйткәндә, грант яулауымда коллективтағы тоғро дуҫтарымдың, фекерҙәштәремдең һәр ҡайһыһының өлөшө бар.
— Һөнәри байрамығыҙ, шулай уҡ сертификатҡа эйә булыуығыҙ уңайынан ихлас ҡотлайбыҙ Һеҙҙе, Эльмира Ғәлимйән ҡыҙы! Һеҙҙең кеүек алдынғы ҡарашлы, үҙ эшенә мөкиббән киткән, балаларҙы яратҡан уҡытыусыларҙың булыуы киләсәккә ышаныс өҫтәй.