

«Под сенью дружных муз» исеме аҫтында 12-нән 35 йәшкә тиклемге йәш ижадсыларҙың халыҡ-ара конкурсы республикала йыл һайын уҙғарыла. Ағымдағы конкурсҡа 22 райондан, Татарстан һәм Ҡаҙағстандан 800-ҙән ашыу эш тәҡдим ителгән. Онлайн-турҙан һуң жюри финалға башҡорт, рус һәм татар телдәрендә яҙылған иң яҡшы 20 эште һайлап алған. Ошо мәртәбәле бәйгелә Тупаҡ ауылы ҡыҙы Азалия Асманова «Әҙәби ижад» йүнәлешендә I урынға лайыҡ булды.
Сәскә исемен йөрөткән ҡыҙ үҙе лә сәскәләй нәфис, һөйкөмлө. Мин уны ҡар-боҙҙо иретеп баш ҡалҡытҡан, ыжғыр һыуыҡтарға бирешмәгән, күңелдәргә йылылыҡ бөрккән яҙ гөлөнә оҡшатам. Яҙмыш Азалияға тыумыштан ҡаты һынауҙар әҙерләһә лә, уның рух ныҡлығына, йәшәү көсөнә, тормошто яратыуына һоҡланырлыҡ. Район инвалидтар йәмғиәте уҙғарған бер сарала кескәй генә Азалияның «Мин йондоҙ буласаҡмын!» тип, осоп-талпынып шиғыр һөйләгәне һаман да күҙ алдымда. Ошо ынтылышынан тайпылмаған ҡыҙыҡайҙы аҙаҡ та күп тапҡырҙар сәхнәнән ҡарап һоҡланырға яҙҙы. Уға илһам ҡанаттарын ышаныслы ҡағырға ярҙам иткән әсәһе Айгөл апайҙың тырышлығы баһалап бөткөһөҙ бында. Сәләмәтлек мөмкинлеге сикле ҡыҙы менән икәүләп бихисап матур бейеүҙәр ҡуйҙы улар.
Азалия районда ғына түгел, хәҙер республика сәхнәләрендә лә йондоҙ булып балҡый. «Таланттар йондоҙлоғо», «Таланттар йәйғоро» фестивалдәренең юғары урындарын яуланы. Үҙенең һәләте, ныҡышмалылығы менән шифаханаға юлламаға, башҡа ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булыуы тураһында гәзиттә лә яҙып сыҡтыҡ. Былтыр республика кимәлендә сираттағы еңеүе менән ҡотлап, район башлығы Илдар Нафиҡов Азалияны смартфон менән бүләкләне. Әле килеп, әүҙем, шәп ҡыҙыҡайҙың әҙәби ижад өлкәһендә ҡәләм тирбәтеүе беҙҙең өсөн асыш булды.
Дүртөйлө ҡалаһында уҙған халыҡ-ара конкурстың финалына Азалия әсәһе Айгөл Тимерйән ҡыҙы менән барып ҡайтты. Алыҫ сәфәрҙе ойоштороуҙа уларға район башлығының беренсе урынбаҫары Р. Ғ. Хәлилов һәм эшҡыуар Ю. М. Таһиров булышлыҡ иткән. Ижади майҙансыҡта күренекле әҙиптәр, шағирҙар, рәссамдар, композиторҙар, журналистар менән осрашыу, аралашыу, уларҙан оҫталыҡ дәрестәре алыу йәш яҡташыбыҙҙың күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырған. Абруйлы жюри алдында баҙап ҡалмай, үҙенең ижад емешен уңышлы яҡлауы Азалияға еңеү килтерә. Уның башҡорт милли аштары тураһындағы яҙмаһы «Әҙәби ижад» йүнәлешендә башҡорт телендәге эштәр араһында I дәрәжә диплом менән баһалана. Афарин!