Халыҡ-ара сара онлайн форматта 3-нән 7 ноябргә хәтлем барасаҡ. Диктант халыҡтың этнографик белемен тикшереү өсөн генә түгел, ә күп милләтле халыҡтарҙың дуҫлығына һәм берҙәмлегенә йәмәғәтселек иғтибарын йүнәлтеү йәһәтенән дә мөһим. Диктант яҙыуҙа Рәсәйҙә йәшәүсе һәр кем ҡатнаша ала. Тексттарҙы ла үҙ телегеҙҙә яҙырға мөмкин. Күнегеүҙәр 3 ноябрҙә 00.01 сәғәттә донъя күрәсәк. Уларҙы https://www.miretno.ru./ ошо һылтанма буйынса инеп ҡарай алаһығыҙ. Тест форматындағы күнегеүҙәр ике өлөштән тора. Максималь мәрәйҙәр һаны — 100, бөтә һорауҙарға ла яуап биреү өсөн 45 минут ваҡыт бирелә.
Этнографик диктантты яҙған кешегә электрон сертификат бирелә. Былтыр был акцияла 130 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.