

Шулар иҫәбендә - ауылдарға илткән юлдар. Был мәсьәләне тупаҡтар хат яҙып тапшырҙы. Тағы Асҡарҙағы "Ҡайынҡай" балалар баҡсаһында эшләмәй торған бассейнға ремонт талап ителеүен билдәләнеләр. Р. Хәбиров был һорауҙан буйынса тейешле йөкләмәләр бирҙе. Әбйәлилгә тәүгә килгәнендә үк Радий Фәрит улына Көнсығыш биҫтәһендә мәктәп кәрәклеге тураһында әйткәйнеләр. Был юлы төбәк етәксеһе белем усағы төҙөлөшө республика инвестицион программаһына индерелеүе хаҡында хәбәр итте. "Яңы мәктәп проекты экспертиза үтте, киләһе йыл төҙөлөшкә нигеҙ һалынасаҡ", - тине ул. Райондаштар шулай уҡ үҙебеҙҙең дауаханала бала табыу бүлексәһе ябылыуын да, ковид госпиталь эшләмәүен дә әйтте.