2020 йылда тупланған параллель мәғлүмәттәр нигеҙендә һигеҙ нейроселтәрҙән торған ансамблде көйләү башҡарылған. Башҡорт һәм рус телдәрендәге бер төрлө материалдарҙы туплау, эшкәртеү дауам итә. Йәмғеһе 14 меңдән ашыу интернет бит эшкәртелгән.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды был проектты тормошҡа ашырыуҙың Башҡортостанда мәғлүмәти технологияларҙы, республиканың дәүләт телдәрен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәгенә ышана.