Башҡортостан буйынса конкурста 37 райондан 42 мәктәп ашханаһы ҡатнашты. Уларҙа рацион байлығы, алдынғы технологиялар ҡулланылыуы, кулинар продукция булыуы, сәләмәт ризыҡ бешерелеүе баһаланды. Ҡала мәктәптәре араһында "Иң яҡшы мәктәп ашханаһы" исеменә Өфөнөң 121-се гимназияһы лайыҡ булды. Ауыл мәктәптәре араһында беренсе урынды Шишмә ауылының 1-се һәм Асҡын ауылының 1-се мәктәптәре яуланы. Еңеүселәр федераль этапта республика намыҫын яҡлаясаҡ.