Мәғариф
22 Ноября 2021, 03:55

Йәштәрҙе нисек фәнгә йәлеп итергә?

Республика вуздарына «Приоритет 2030» программаһын индереү алдынғы ҡарашлы, йәш ғалимдарға мохтажлыҡ булыуын күрһәтте. Йәштәрҙе фәнгә йәлеп итеү өсөн ниндәй хуплау саралары күрелә?

БР Башлығы хакимиәте етәксеһе А. Сидякиндың һүҙҙәренсә, Башҡортостанда һуңғы ике йылда фәнни учреждениеларға ғына 3,3 миллиард һум аҡса йәлеп ителгән. Бығаса булмаған сумма йәш ғалимдарҙы гранттар, премиялар, яңы эш урындары менән республикала ҡалдырыуҙы маҡсат итә. Ул ғына түгел, Башҡортостан ғалимдары донъялағы аҡыл эйәләре менән көнәркәшлек итерлек асыштар яһай ала, тип белдерәләр БР Хөкүмәтендә. Тик, үкенескә ҡаршы, йыл һайын фәнгә ынтылыусы студенттар һаны кәмей. Улар артабан уҡыуҙы, ғилми диссертациялар яҙыуҙы хуп күрмәй, йәһәтерәк эшләргә ынтыла. Шулай уҡ мәктәп тамамлаусылар Башҡортостандан ситтә юғары белем алырға теләй. Биш йыл эсендә генә 8 меңдән ашыу сығарылыш класы уҡыусыһы илдең башҡа төбәктәрендәге вуздарға ингән.

«Фән» милли проектын файҙаланып, йәш ғалимдарҙы республикала эшләргә йәлеп итеү йүнәлештәре билдәләнәсәк. Әгәр йәш аспирант һәр диссертацияһы өсөн билдәле күләмдә дәртләндереү алһа, эш хаҡтары күтәрелһә, уның артабан ижад итергә теләге лә буласаҡ, тиҙәр парламентарийҙар.

Фәнде һайлаған йәштәрҙе мәктәп эскәмйәһенән үк ҡыҙыҡһындырырға ниәтләйҙәр. Мәҫәлән, берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырып, республика вузын һайлаған егет-ҡыҙҙарға республика бюджетынан 150 мең һум аҡса бүленә, предуниверсарийҙар эшләй. Хатта балалар тәҡдим иткән проекттар урындағы инициативаларҙы яҡлау проектына индерелә.

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас