Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Декабрь 2021, 12:00

Шаян һәм отҡор Тупаҡ уҡыусылары

Социаль селтәрҙәрҙән Тупаҡ мәктәбенең КВН командаһының республика кимәлендә еңеүе хаҡында уҡығас, бер аҙ аптырап ҡалдым: сөнки быға тиклем был белем биреү учреждениеһының бындай командаһы булыуы хаҡында ишетелгәне юҡ ине бит.

Шаян һәм отҡор Тупаҡ уҡыусылары
Шаян һәм отҡор Тупаҡ уҡыусылары

Социаль селтәрҙәрҙән Тупаҡ мәктәбенең КВН командаһының республика кимәлендә еңеүе хаҡында уҡығас, бер аҙ аптырап ҡалдым: сөнки быға тиклем был белем биреү учреждениеһының бындай командаһы булыуы хаҡында ишетелгәне юҡ ине бит.
Баҡтиһәң, шаяндар һәм отҡорҙар клубы бында, ысынлап та, ошо уҡыу йылы барышында ғына төҙөлгән икән. Һәм, афариндар, тәүге ҡатнашыуҙан уҡ үҙҙәрен күрһәтеп өлгөрҙөләр! Был, әлбиттә, команда капитаны Алишер Бахроловтың тырыш хеҙмәте емеше.

Ошо ауылда тыуып-үҫеп, урындағы мәктәптә башланғыс белем алғандан һуң, артабан уҡыуын Сибай гимназия-интернатында дауам итә Алишер (һүрәттә). Гимназияла уҡыған ваҡытта таланты һәр яҡлап асыла егеттең: уҡыу йортоноң бейеү ансамбле солисы, КВН командаһы капитаны, бына тигән спортсы була, ғөмүмән, бөтә йәмәғәт эштәренең башында тора.
Футбол тип йән атҡан Алишер 10-сы кластан һуң, Өфөләге футболсылар әҙерләүсе мәктәптә уҡырға ҡарар итә. Тик имтихандарға һуңлай һәм ҡабат Сибайға барып тормай, сығарылыш класына тыуған мәктәбенә килә.
— Алишер тәүге көндәрҙән үк тиерлек мәктәптә КВН командаһы төҙөү уйы менән янды. Уҡыусылар араһында шаян, сос малай-ҡыҙҙарҙы ҡарап йөрөнө һәм бер көндө улар араһында кастинг үткәрергә тәҡдим итте, — тип һөйләй музыка уҡытыусыһы З. З. Сәхәүва. — Һайлап алған уҡыусыларҙан алтауһы баш тартты. Һөҙөмтәлә Азалия Дәминдарова (7-се класс), Нәйлә Мәғәфүрова (8-се класс), Лира Муллағәлләмова (11-се класс), Руслан Ғәлиуллин (8-се класс), Вилдан Абдуллин (7-се класс), Рәхим Хәкимов (5-се класс) бер команда булып ойошто.
Өфөлә КВН-дың рус телендәге лигаһы булыуын белгән Алишер мәктәп етәкселегенә унда ҡатнашыу тәҡдиме менән сыға.
— Тәүге тапҡыр, өҫтәүенә, рус лигаһы булғас, мин икеләндем. Әммә Алишер ныҡышып, ҡатнашырға ризалатты. Заявка биргәс, командаға исем кәрәк, бындай уйындарҙа райондан ҡатнашҡандары юҡ тип, «Әбйәлил» тип атарға тәҡдим итте капитаныбыҙ. Сценарийҙы ла үҙе яҙҙы, «визитка» эшләп ебәрҙек. Шулай итеп, ни бары ике аҙна эсендә әҙерләнеп, Өфөгә юлландыҡ, — тип дауам итә Заһиҙә Зиннәт ҡыҙы.
Юл сығымдарын ауылдаштары — эшҡыуар Юнир Таһиров һәм ата-әсәләр ҡаплай. Өфөлә йәшәгән тағы бер ауылдаштары Илдар Дәминдаров фатирын биреп тора. Азамат Дәминдаров менән Рәфис Сәхәүв балаларҙы үҙ машиналарында башҡалаға алып бара.
— Иртә менән Конгресс-холда репетиция булды. Төп сығыштар башланғансы, буш ваҡытта, балалар менән Салауат Юлаев һәйкәле майҙанын ҡараныҡ, — ти Заһиҙә Зиннәт ҡыҙы.
КВН-дың киләһе этабында сығыш яһау өсөн 25 команда көс һынаша. Тәүге тапҡыр ошондай күләмле сарала ҡатнашҡан тупаҡтар һынатмай: туғыҙынсы урында билдәләнә һәм КВН-дың ярымфиналына үтә.
— Өфөнән ҡайтыуыбыҙға күп тә үтмәне, КВН-дың башҡорт лигаһы булыуы асыҡланды. Алишер быныһында ла ҡатнашайыҡ тип өгөтләй, мин быйылға рус лигаһында ҡатнашайыҡ тиһәм дә, өҙмәй ҙә ҡуймай. Директорыбыҙ Гөлсөм Хәлидар ҡыҙы ризалығын биргәс, капитаныбыҙ тиҙ генә сценарий яҙҙы һәм тағы ҡыҙыу әҙерлек башланды. Тик юлға сыға торған көндө боҙлауыҡ булыуы тотҡарлыҡ тыуҙырҙы. Төрлө варианттар барланды, поезд менән китергә лә уйланыҡ. Был көндө Өфөгә сыҡҡан Алишерҙың ағаһы Азиз шылтыратып, Әбйәлил биләмәһен үтһәгеҙ, артабан юл асыҡ тип әйтеүе менән беҙ ҙә ҡуҙғалдыҡ, — ти уҡытыусы.
Был юлы башҡалаға барыуға Рөстәм Ғәлиуллин бағымсылыҡ итә.
Тағы шуныһы: был юлы ҡыҙҙар ауырып китеп, команда иҫәбендә малайҙар ғына ҡатнаша. Шулай ҙа команданың «визитка»һы, Тик-ток конкурсындағы сығыштары жюриҙың юғары баһаһына лайыҡ була һәм һөҙөмтәлә тупаҡтар икенсе урында билдәләнә.
— Әле рус һәм башҡорт лигаларында артабан да ҡатнашыу өсөн уйындың шарттарына ярашлы әҙерлек алып барабыҙ. Өҫтәүенә, төп бурысыбыҙ булған уҡыуҙы ла онотмайбыҙ. Команда ағзалары барыһы ла яҡшы өлгәштәре, тәртипле булыуҙары менән айырылып тора. Ҡыҙҙарҙың һәм малайҙарҙың уҡыуҙа ла, КВН-дың киләһе уйындарында ла һынатмаҫына ышанам, — ти Заһиҙә Зиннәт ҡыҙы.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас в