Күмертау педагогия колледжының Уҡытыу үҙәгендә «Фитнес-хеҙмәттәрҙе ойоштороу, тормошҡа ашырыу һәм үҫтереү («Физик культура, спорт һәм фитнес» компетенцияһы буйынса Worldskills стандартын иҫәпкә алып) квалификация күтәреү өҫтәмә һөнәри белем биреү программаһы буйынса бер төркөмдөң уҡыуы тамамланды.
Был программа сиктәрендә тыңлаусылар яңы компетенция – фитнес-хеҙмәттәрҙе үҫтереү буйынса белгес – заманса спорт-һауыҡтырыу хеҙмәттәре баҙарында бик кәрәкле һөнәргә өйрәнде.
2021 йылда «Демография» милли проектының «Мәшғүллеккә ярҙам» федераль проекты сиктәрендә Күмертау педагогия колледжының Уҡытыу үҙәктәрендә яңы һөнәргә 55 тыңлаусы уҡыған, шуларҙан 20 кеше «Физик культура, спорт һәм фитнес», «Мәктәпкәсә тәрбиә» компетенциялары буйынса һөнәри әҙерлек үткән.
Яңылыҡ сығанағы: https://education.bashkortostan.ru/
Фото: https://mgazeta.com/