Мәғариф
14 Декабря 2021, 09:50

«Йөрәк һүҙе» йөрәктәргә етте

14 декабрҙә билдәләнгән Башҡорт теле көнөнә бағышлап Йәштәр йортонда «Йөрәк һүҙе» район шиғриәт конкурсы уҙғарылды.

«Йөрәк һүҙе» йөрәктәргә етте«Йөрәк һүҙе» йөрәктәргә етте
«Йөрәк һүҙе» йөрәктәргә етте

14 декабрҙә билдәләнгән Башҡорт теле көнөнә бағышлап Йәштәр йортонда «Йөрәк һүҙе» район шиғриәт конкурсы уҙғарылды. Унда башланғыс класс уҡыусыларынан башлап, 5-8-се, 9-11-се класс уҡыусылары үҙҙәренең йөрәк һүҙен еткерҙе. Алты тиҫтәнән ашыу уҡыусы ҡатнашҡан бәйгелә Әсхәл Әхмәт-Хужа, Рәмил Ҡол-Дәүләт, Гөлназ Ҡотоева, Айһылыу Йәғәфәрова, Гөлнара Хәлфетдинова кеүек яҡташ шағирҙарҙың шиғырҙары яңғырауы ҡыуандырҙы һәм ғорурландырҙы. Туған телде, Ватанды данлаған был әҫәрҙәр йыйындың йәме, ғәме булып күңелгә уйылды.
1-4-се кластар араһында Гран-приға Сиҙәм урта мәктәбенән Самира Әхмәтова, Динир һәм Рияз Йосоповтар триоһы эйә булһа, 5-8-селәрҙән Таһир Кусимов исемендәге гимназиянан Дилбәр Хафизованың әсәһе менән яһаған сығышы тамашасылар күңеленә айырыуса хуш килде. Улар Әнисә Махийәнованың «Һабаҡ» исемле шиғырын һөйләне. 9-11-се кластар араһында иһә 1-се Асҡар урта мәктәбенән Ирхан Ласынов Әсхәл Әхмәт-Хужаның «Башҡорт теле» шиғырын һөйләп, Гран-при яуланы. Таштимерҙән Розалия Ғәлиуллина, 1-се Асҡар мәктәбенән Әлиә Фәтхуллина, Таһир Кусимов исемендәге гимназиянан Айгиз Мәғәфүров менән Гүзәл Хәйбуллина, ә инде 9-11-се кластар араһында Хәлилдән Лилиә Ғүмәрованың сығыштары беренсе урынға лайыҡ булды, ҡалған ҡатнашыусылар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы. Шиғри бәйгелә малайҙарҙың ҡатнашыуы жюри ағзалары өсөн генә түгел, йыйынға килеүселәр өсөн дә айырыуса һөйөнөслө булды. Байымдан Нуршат Әхмәтов, Хәмиттән Ғилемдар Зәйнишев, Яңы Балапандан Айгиз Рәхимов, Сиҙәмдән Рөстәм Ғүмәров, Тупаҡ урта мәктәбенән Алишер Бахроловтарҙың сығыштарын тамашасылар алҡыштар аҫтында оҙатты.
Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың сығыштарын район мәғариф бүлеге методисы Шәүрә Әхмәтҡужина, китапханасы Айгөл Тоҡомбәтова, Т. Кусимов исемендәге гимназияның һәм 1-се Асҡар урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Айгөл Шәрәфетдинова менән Зиниә Ғәлләмова баһаланы. Еңеүселәргә район мәғариф бүлегенең маҡтау ҡағыҙҙары менән сараның бағыусыһы булған район Советы рәйесе, шәхси эшҡыуар Ишморат Әминевтан мәктәп кәрәк-яраҡтары менән сауҙа иткән «Глобус» магазинының сертификаттары тапшырылды.
Зөһрә КАШАПОВА,
жюри ағзаһы.

Автор:
Читайте нас