Мәғариф
14 Декабря 2021, 04:40

Һыуытҡысты йүнәтергә лә өйрәтәләр

"Демография" милли проекты сиктәрендә быйыл 44 мең рәсәйле яңы һөнәр үҙләштерҙе, тип яҙа "АиФ" гәзите.

2022 - 2024 йылдарға тағы 375 мең кешене өҫтәмә һөнәрҙәргә уҡытыу ҡаралған. Улар, тейешле белем алғас, үҙ эштәрен аса аласаҡ. Милли проект сиктәрендә уҡытыу программаларын өс федераль оператор тормошҡа ашыра - Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы (Ворлдскиллс), Рәсәй халыҡ хужалығы академияһы һәм Томск дәүләт университеты. Ошо белем биреү учреждениелары илдең башҡа вуздары менән хеҙмәттәшлек килешеүе нигеҙендә дистанцион технологияларҙы ла ҡулланып өйрәнсектәр менән эшләй. Уҡытыу барышында илдә ниндәй кадрҙарға ҡытлыҡ булыуы нигеҙ итеп алына. Эшсе һөнәрҙәрҙе лә, дәүләт хеҙмәттәре буйынса белгес программаларын да һайларға була. Липецкиҙа, мәҫәлән, "Һөнәри эшмәкәрлек психологияһы" йүнәлеше буйынса һөнәр үҙләштереүселәр бар. Унда хатта элекке уҡытыусылар килә икән. Алтайҙа юриспруденция, дәүләт идара итеүе һәм заманса технологияларҙы һайлаусылар күп. Бынан тыш, бухгалтер иҫәбе, интернет-магазин кеүек өлкәләр ҡыҙыҡһыныу яулай. Милли проект буйынса уҡыусылар имтихандарҙы онлайн тапшырып, кәрәкле таныҡлыҡҡа эйә була. Курған өлкәһендә эшсе һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирәләр. Бында һыуытҡыс йүнәтеү, автосервис асыу, кондиционерҙар ҡуйыу кеүек йүнәлештәрҙә ир-егеттәр белем алған. Артабан уларҙы эшле итеү өсөн район хакимиәттәре аша дәүлә ярҙамы бирелә.

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас