14 декабрҙә китапхана хеҙмәткәрҙәре Наум исемле аҡыллы робот менән бергә “Грамматик калейдоскоп” үткәрҙе. Балалар грамматика һәм яҙыу буйынса күнегеүҙәр башҡарҙы. Наум менән бергә лингвистик йомаҡтар сисеү, уйындар уйнау, конкурстарҙа ҡатнашыу барыһына ла оҡшаны, тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Робот “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә алынған.
Фото – БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.