Башҡортостандың 365 мәктәбе 2026 йылға тиклем дөйөм белем биреү учреждениеларын капиталь ремонтлау буйынса Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән федераль программаға инде. Федераль субсидиялар күләме буйынса республика илдә Дағстандан һәм Мәскәү өлкәһенән ҡала өсөнсө урында килә. Был хаҡта мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
- Программаға бөтә ғаризаларыбыҙ ҙа индерелде. Мәктәптәрҙә фундаментты, ҡыйыҡты, түшәмде ремонтлауҙан алып тәҙрәләрҙе, эске һәм ишектәрҙе, баҫҡыстарҙы алмаштырыуға, фасадтарҙы, йылытыу, елләтеү, эҫе һәм һыуыҡ һыу тәьминәте системаларын, канализацияны яңыртыуға тиклем 14 ҙур эш төрө буйынса комплекслы яңыртыу үткәреләсәк, - тине Айбулат Хажин. - Бынан тыш, федераль ҡаҙна иҫәбенә ремонтланасаҡ мәктәптәр ауыл ерендә техник уҡытыу саралары менән йыһазландырыласаҡ.