

Мәктәп телевидениеһында 7-11-се класс уҡыусылары авторлыҡ сюжеттары, телетапшырыуҙар һәм тематик видеороликтар төшөрөү һәм эфирға сығарыуға әҙерләү буйынса техник процестар өҫтөндә эшләйәсәк. Программа ижади һәләтле, үҙҙәрен алып барыусы, хәбәрсе ролдәрендә һынап ҡарарҡа теләгән ҡыҙҙар-егеттәргә иҫәпләнгән. Кем белә, бәлки, улар араһынан киләсәктә бик шәп тележурналистар ҙа үҫеп сығыр.