Мәғариф
13 Января 2022, 10:55

Беҙҙең уҡыусылар республика олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары

Уларҙы һәм уҡытыусыларын ҡотлайбыҙ!

Добавить в предпочтительные источники Google
Беҙҙең уҡыусылар республика олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙарыБеҙҙең уҡыусылар республика олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары
Беҙҙең уҡыусылар республика олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың йомғаҡлау өлөшө ойошторолдо, унда еңеүселәрҙе тантаналы шарттарҙа ҡотланылар.

Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының милли белем биреү идаралығы начальнигы Азат Батыршиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндә олимпиада еңеүселәренә өҫтәмә балл бирелә, төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһы йылдан-йыл мәртәбәле бәйгегә әйләнә бара. Ул башҡорт телен үҫтереүгә арналған ошондай интеллектуаль конкурстар йышыраҡ ойошторолһон ине тигән теләген дә еткерҙе.

– Ысынлап та, ҙур байрамға йыйылғанбыҙ, ул - тел байрамы, – тине Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы Гөлфирә Абдуллина. – Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада уҡыусы балаларҙы бер ҡорға туплаған сара булып иҫәпләнә. Илем, телем тип йәшәгән баланың киләсәге һәр саҡ яҡты була, аҙымдары ла ышаныслы.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада 36-сы тапҡыр уҙғарылды. Унда Башҡортостандан тыш, Ырымбур, Силәбе, Һамар, Ҡурған өлкәләренән, Пермь крайынан, Татарстандан бөтәһе 1700-гә яҡын IX–XI класс уҡыусылары ҡатнашты, ә йомғаҡлау өлөшөндә 218 ҡыҙ һәм егет көс һынашты.  Беҙҙең район данын республика олимпиадаһында Таһир Кусимов исемендәге гимназия, 1-се Асҡар урта мәктәбе, Байым, Ташбулат уҡыусылары лайыҡлы яҡланы. 

 Светлана Килмөхәмәтова еңеүсе, Ралина Мостафина, Алһыу Рәхимова, Алмас Ирғәлин, Гөлфиә Хәлилова, Нурия Вәлиева, Ольга Киселева призерҙар булды. Уларҙы уҡытҡан һәм олимпиадаға ныҡлы әҙерләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары А. Р. Муллахмәтова, Р. Ф. Баймырҙина, Р. С. Харисова, И. М. Билалова, А. Б. Абдрафиҡованы ҡотлайбыҙ! 

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас