Мәғариф
27 Января 2022, 03:00

103 мәктәпте төҙөкләндереү күҙаллана

2022-2023 йылдарҙа Башҡортостанда 40 муниципалитетта 103 мәктәпте төҙөкләндереү күҙаллана.  #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google

Башҡортостан Республикаһы  Премьер-министры  Андрей Назаровтың  һүҙҙәренсә, 2019-2021 йылдарҙа төбәктең 1175 муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһында төрлө кимәлдә капиталь ремонт үткәрелгән һәм  матди-техник базаны нығытыуға республика ҡаҙнаһынан 2,5 миллиард һум самаһы аҡса бүленгән.Шуға ҡарамаҫтан мәктәптәрҙе комплекслы ремонтлауға һәм йыһазландырыуға ихтыяж әлегә юғары  ҡала.

    2022 йылдан башлап мәктәп  системаһын яңыртыу буйынса федераль программала ҡатнашабыҙ. Уның сиктәрендә 2026 йылға тиклем республикала  365 мәктәп бинаһын капиталь  ремонтлау күҙаллана. Улар заманса йыһазландырыласаҡ, - тине Андрей Назаров. Шуныла  билдәләп үтергә кәрәк, алдағы ике йылда был программаны атҡарыуға  республикаға  федераль бюджеттан 4 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас