Мәғариф
27 Января 2022, 09:46

БДИ тапшырыусылар иғтибарына

Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы 2022 йылда берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыуға ғаризалар ҡабул итеү 1 февралдә тамамланыуы хаҡында иҫкәртә.

Добавить в предпочтительные источники Google

Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы 2022 йылда берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыуға ғаризалар ҡабул итеү 1 февралдә тамамланыуы хаҡында иҫкәртә. Ғаризала имтиханда ҡатнашыусы ниндәй предметтар буйынса һынау тотасағын күрһәтергә тейеш, әйткәндәй, предметтар һаны сикләнмәй.
Ағымдағы уҡыу йылының сығарылыш класс уҡыусылары ғаризаны уҡыу урыны буйынса яҙһа, бынан алдағы йылдарҙа мәктәп тамамлаусылар БДИ-ла ҡатнашыуға ғаризаны БР Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан билдәләнгән теркәү урындарына тапшыра. Ғариза мәктәп уҡыусылары һәм элекке йылдар сығарылыш уҡыусылары тарафынан шәхсән, уларҙың ата-әсәләре (законлы вәкилдәре) йәки паспорт һәм ышаныс ҡағыҙы нигеҙендә вәкәләтле кешеләр ҡулынан тултырыла.
Сәләмәтлек мөмкинлектәре сиклеләр ғариза биргәндә психолог-медик-педагогик комиссия тәҡдимдәре күсермәһен, ә инвалидлыҡтары булғандар белешмәнең төп нөхсәһен йәки мисәт менән раҫланған күсермәһен күрһәтергә тейеш.
Район мәғариф бүлеге быйыл БДИ тапшырып ҡарарға теләүсе алдағы йылдар сығарылыш уҡыусыларын имтиханда ҡатнашыу өсөн теркәлеү үтергә саҡыра. Берҙәм дәүләт һынауында ҡатнашыуға ғаризалар Асҡар ауылы, Ленин урамы, 39 адресы буйынса мәғариф бүлегенең мәғлүмәт-методик үҙәге кабинетында ҡабул ителә. Кемдәр ошоға тиклем ғариза тапшырып өлгөрмәгән — ашығығыҙ: 31 ғинуар4а тиклем эш көндәре дауамында, ә 1 февраль төштән һуң мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Үҙегеҙ менән паспорт, урта төп белем тураһындағы аттестат, СНИЛС һәм ошо документтарҙың ксерокүсермәһен алып килеү мотлаҡ.
1 февралдән һуң БДИ-ла ҡатнашыуға ғаризалар республиканың Дәүләт имтихан комиссияһы ҡарары буйынса, ғариза биреүсенең документаль раҫланған кисерерлек сәбәптәре булған осраҡта ғына, дәүләт һынауҙары башланыуға ике аҙна ваҡыт ҡалғанға тиклем ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 2-04-58.

 

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас