Мәғариф
2 Февраля 2022, 09:15

Мәғариф һәм фән - иғтибар үҙәгендә

Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу #ВладимирПутин#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Мәғариф һәм фән - иғтибар үҙәгендәМәғариф һәм фән - иғтибар үҙәгендә
Мәғариф һәм фән - иғтибар үҙәгендә

Беҙҙең республикала “Фән” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Илебеҙ Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың  һәммәһенең дә төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу. 

“Фән” өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә профессиональ һәм идара итеү компетенцияһын дүрт меңдән ашыу фәнни хеҙмәткәр арттыра ала.

“Мәғариф” милли проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн барлығы 17,5 миллиард һум аҡса бүленә. Был сумма 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2024 йылдың 31 декабренә тиклем арауыҡҡа йүнәлтелә. "Мәғариф" милли проектына ярашлы, Башҡортостанда 2024 йылға төрлө түңәрәктә һәм секцияла шөғөлләнғән 5 – 18 йәшлек балалар бөтә ошо йәштәгеләрҙең 80 процентын тәшкил итергә тейеш. Республиканың һәр районы уҡыусыларҙа заманса технологик һәм гуманитар белем формалаштырыу өсөн матди-техник базаны яңыртыуға субсидия аласаҡ.

Алты йылдан беҙҙә заманса йыһазлы 55 оҫтахана барлыҡҡа киләсәк. Былтыр республиканың бер нисә колледжы базаһында World Skills стандарттарына тап килтереп эшләнгән оҫтаханалар асылды.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас