Мәғариф
11 Февраля 2022, 04:17

«Йөрөгән таш шымарыр»

Халҡыбыҙҙың кинәйәләп әйткән был аҡылы Рушана Хисаметдинова кеүек тырыш, маҡсатлы кешеләргә төбәлгән. Бына-бына мәктәп тамамлап ҙур тормошҡа аяҡ баҫасаҡ ҡыҙ Таһир Кусимов исемендәге гимназияла үҙе артынан яҡты эҙ ҡалдырасаҡ. Шулай булмай ни — белем усағының яулаған уңыштарында уның өлөшө лә бар.

«Йөрөгән таш шымарыр»«Йөрөгән таш шымарыр»
«Йөрөгән таш шымарыр»

Халҡыбыҙҙың кинәйәләп әйткән был аҡылы Рушана Хисаметдинова кеүек тырыш, маҡсатлы кешеләргә төбәлгән. Бына-бына мәктәп тамамлап ҙур тормошҡа аяҡ баҫасаҡ ҡыҙ Таһир Кусимов исемендәге гимназияла үҙе артынан яҡты эҙ ҡалдырасаҡ. Шулай булмай ни — белем усағының яулаған уңыштарында уның өлөшө лә бар.
Рушана уҡыу алдынғыһы, уға бөтә фәндәр ҙә берҙәй еңел бирелә. Предмет олимпиадаларында төрлө фәндәрҙән район буйынса еңеүсе, призер булып, белем усағының мәртәбәһен арттырған. 9-сы класта рус теле һәм әҙәбиәтенән, 10-11-се кластарҙа йәмғиәтте өйрәнеү буйынса республика олимпиадаһында ҡатнашҡан. Һәләтле ҡыҙ бәләкәй кластарҙан фәнни-эҙләнеү йүнәлешендә ихлас шөғөлләнә һәм был өлкәлә бөгөн ҙур еңеүҙәргә эйә.
— Фәнни-эҙләнеүҙәргә ҡыҙыҡһыныуҙы әсәйем уятты. Ул — Йондоҙ Рамил ҡыҙы, гимназияла башланғыс кластарҙы уҡыта. Әсәйемдең ҡулы аҫтында уҡымаһам да, башланғыс кластарҙа уның ғилми етәкселегендә фән донъяһына тәүге аҙымдарымды яһаным. 2-се класта башҡарған беренсе эшем ҡаҡ әҙерләү һәм уның файҙаһы тураһында булды. Һәм ошо эшем менән Өфөлә «Аҡмулла уҡыуҙары»нда ҡатнашып, 7 йәшемдә беренсе урын яуланым. Әсәйемдең бала өсөн ҡыҙыҡлы темалар тәҡдим итә белеүе лә мине йәлеп иткәндер. Үҙем йәшәгән урам тарихын өйрәнеү кеүек бәләкәй генә эҙләнеү эштәренән башлап, һуңғараҡ әҙәбиәт геройҙары Гарри Поттер һәм Таня Гроттерҙы сағыштырыу кеүек етди темаларға күстем. Районда еңеүле булған эштәрем менән Бөрө, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларында сығыш яһап, уңыш ҡаҙандым, — ти ул.
9-сы кластан Рушана А. Р. Муллахмәтова етәкселегендә «Шәғәле Шаҡман — халыҡ дипломаты» темаһына эҙләнеү эшен башлай. Был фәнни эш менән улар Санкт-Петербургта уҙған «Үҙеңдә ғалимды ас» Рәсәй фәнни-инновацион конференцияһының «Тарих» секцияһында I дәрәжәле дипломға, Ҡазан федераль университеты үткәргән Н. И. Лобачевский исемендәге V Бөтә Рәсәй уҡыусылар фәнни конференцияһында III дәрәжәле дипломға лайыҡ була.
Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә уҙған Д. И. Менделеев исемендәге XVII Бөтә Рәсәй фәнни-эҙләнеү эштәре конкурсында еңеү килтергән эше иһә тарихи дата — башҡорттарҙың Рус дәүләтенә ҡушылыуының 465 йыллығына бағышланған. «Йөрөш» өҫтәл уйыны (кубик тәгәрәтеп уйнала) нигеҙендә Р. Хисаметдинова тарих буйынса мауыҡтырғыс уйын уйлап тапҡан. Уйын яланындағы «тарих» түңәрәктәренә эләккән уйынсылар карточкалағы һорауҙарға яуап бирергә тейеш була. Уларҙа башҡорт ырыуҙарына, илсе булып барған бейҙәргә бәйле һәм башҡа башҡорттарға ҡағылышлы һорауҙар урын алған. Ырыу тамғалары менән биҙәлгән уйын яланы дизайнын да Рушана үҙе башҡарған.
— Уйын белем биреү йәһәтенән әһәмиәтле. Уны 12+ йәш категорияһына тәғәйенләнем. Иң башта өйҙә ғаилә ағзалары менән уйнап ҡараныҡ. Хаталарын төҙәткәс, класташтарымды уйнаттым. Конкурсҡа бөтә яҡтан да камиллаштырылған эшемде тәҡдим иттем һәм иң юғары баһаға лайыҡ булыуым өсөн шатмын, — ти еңеүсе ҡыҙ.
Хәҙер уйынды таратыу, һатыу тураһында уйлай Рушана. Карточкаларҙы башҡа өлкәләрҙәге һорауҙар менән дә алмаштырыу, хатта уйындың электрон версияһын эшләү ҙә мөмкин, ти ул.
Алда иһә берҙәм дәүләт имтихандары көтә. Һанаулы ҡалған ҡәҙерле ваҡытын конкурстарҙа ҡатнашыуға бүлгәне өсөн һис тә бошонмай. Көстө дөрөҫ бүлгәндә һәр нәмәгә ваҡыт еткерергә була тигән ҡарашта. Математиканың профиль өлөшөн һайлауҙан тыш, йәмғиәтте өйрәнеү, инглиз теле фәндәренән БДИ тапшырасаҡ. Әлегә ҡайҙа уҡырға барырға тигән аныҡ ҡарарға килмәһә лә, күңеле тартҡан, инглиз теле менән бәйле гуманитар вузды һайлаясаҡ ул. Әйткәндәй, ул ҡатнашҡан һуңғы фәнни-ғәмәли конкурс федераль исемлеккә индерелгән. Һәм уның еңеүсеһе булараҡ, Рушанаға уҡырға ингәндә өҫтәмә 10 балл бирәсәк. Конкурстың ойоштороусылары рәтендә сығыш яһаусы Мәскәү уҡыу йорттарына уҡырға инеү мөмкинлеге ҙур. Быға тиклем өҫтөнлөктө башҡорт вуздарына биргән һылыуҙың, бәлки, уҡыуҙы илебеҙҙең баш ҡалаһында дауам итермен, тигән уйы ла бар. Ҡалайтҡанда ла һынатмаҫ үҙенең тырышлығы менән алдырған, ата-әсәһенең ныҡлы терәген тойған ҡыҙ.
— Һәр конкурс үҙ-үҙемә ышанысымды арттыра, хаталарымды төҙәтеп, ҡайһы яҡҡа үҫергә кәрәклеген күрәм, тәжрибә туплайым, яңы офоҡтар һәм маҡсаттарға ынтылыш алам. Фәнни-ғәмәли юҫыҡтағы эшмәкәрлегемде мәктәптән һуң да дауам итәсәкмен. Төплө белем нигеҙе һалған уҡытыусыларыма рәхмәт һүҙҙәремде белдерәм. Беҙҙең гимназия — иң көслө белем усағы, — ти ул.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас