

Таһир Кусимов исемендәге гимназияның «Йәш эҙләнеүселәр мәктәбе»ндә шөғөлләнеүселәр — Рушана Хисаметдинова, Данияр Ғафаров, Диана Таһирова һәм Эльвина Әхмәтйәнова 2 - 4 февралдә илебеҙҙең баш ҡалаһында уҙған Д. И. Менделеев исемендәге XVII Бөтә Рәсәй фәнни-эҙләнеү эштәре конкурсының финалында ҡатнашты. Һөҙөмтәләр — һөйөнөслө.
Бөйөк рус ғалимы, донъяуи кимәлдә билдәле химик Дмитрий Иванович Менделеев исеме аҫтында ил күләмендә уҙғарылған ғилми-ғәмәли конкурс уҡыусыларҙың фәнгә, эҙләнеү эшмәкәр-легенә ҡыҙыҡһыныуын арттырыуҙы, талантлы йәштәрҙең үҫешенә булышлыҡ итеүҙе һәм фәнни-эҙләнеү эшен киләсәктә юғары уҡыу йорттарында дауам итеүгә әҙерләүҙе маҡсат итә.
Уны ойоштороусылар булып Менделеев мираҫы Хәйриә фонды менән берлектә «XXI быуат уҡытыусыһының ижади ҡеүәһен үҫтереү педагогик платформаһы» коммерция булмаған ойошмаһы, Д. И. Менделеев исемендәге Рәсәй химия-технология университеты, М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, Рәсәй халыҡ-ара туризм академияһы, «Вестник образования» журналы редакцияһы сығыш яһаған. Конкурс ике этапта уҙған. Онлайн һайлап алыу баҫҡысынан үткәндәр, шул иҫәптән беҙҙең гимназия уҡыусылары, Мәскәүгә фәнни-ғәмәли конференцияға саҡырыу алған.
Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа районда уҡыусылар араһында фәнгә ҡыҙыҡһыныу көсәйә барыуы күҙгә ташлана. Быға йылдан-йыл мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлыраҡ була барған район күләмендә уҙған Бәләкәй фәндәр академияһы муниципаль конкурсы ла ыңғай йоғонтоһо яһай. Мәктәп кимәлендә үткән проекттар яҡлау конкурстары үҙенең һөҙөмтәһен бирә: уҡыусылар ҡыйыулана, көсәйә, оҫтара бара. Бынан тыш, республика буйынса уҙған Мостай, Аҡмулла, Өмөтбаев, Кусимов уҡыуҙарында, башҡа семинарҙарҙа беҙҙең уҡыусылар уңыш ҡаҙана. Был юҫыҡта бигерәк тә Таһир Кусимов исемендәге гимназияның йәш эҙләнеүселәре айырылып тора. Әйткәндәй, «Кусимов уҡыуҙары»н нәҡ ошо белем усағы ойоштора ла инде. Ә гимназистар иһә район, республика кимәлдәрен уҙып китеп, хәҙер инде Рәсәй күләмендәге конференцияларға юл яра. Ҡазан, Санкт-Петербург һәм Мәскәү ҡалаларында яулаған уңыштары быға төплө дәлил.
Гимназия уҡыусыларының уңыш нигеҙе нимәләме? Һәләтле уҡыусылар менән эште ойоштора белеүҙә! Кластан тыш эшмәкәрлек булараҡ, «Үҫеш нөктәһе» үҙәгендә «Йәш эҙләнеүселәр мәктәбе» түңәрәге эшләй. Уны маҡсатлы, заман менән бер ҡатарҙан атлаған Альбина Мулләхмәтова етәкләй. Әлеге ваҡытта түңәрәктә фәнни-эҙләнеү теләге менән янған 13 бала шөғөлләнә. Нәҡ шул балалар төрлө фәнни-ғәмәли, проект конкурстарында әүҙем ҡатнашалар ҙа инде. Ҡазан, Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларын да яулаусылар нигеҙҙә улар.
— Бөгөнгө көндә һәләтле балаларҙы асыу, уҡытыу, үҫтереү — республиканың, дөйөм алғанда Рәсәйҙең дә, мәғариф сәйәсәтендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Быны хәҙерге йәмғиәткә белемле, әүҙем, ижади ҡарашлы, төрлө хәлдәрҙә юғалып ҡалмайынса һөҙөмтәле ҡарар ҡабул итә алырҙай шәхестәрҙең кәрәклелеге менән аңлатырға була, — ти «Һәләтле балалар менән эш» программаһы буйынса эшләүсе Альбина Ринат ҡыҙы. — Дәүләт кимәлендә һәләтле балаларҙы үҫтереү маҡсатында төрлө махсус программалар эшләп килә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, был фәндән дә һәләтле балалар менән эшләү концепцияһы камиллаштырылыуына ҡыуанысым сикһеҙ. Айырыуса республика етәкселегенең даими хәстәре тойола, һәләтле уҡыусыларға стипендия, олимпиадаларҙа еңеүселәргә премия түләү ҡаралған, халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа еңеүселәр юғары уҡыу йорттарына конкурстан тыш уҡырға алына.
Заман уҡыусылары ошоларҙы ла иҫәпкә алып, аңлы рәүештә еңеүгә ынтыла ла инде. Йүнәлеш биреүсе, юл күрһәтеүсе остаздары — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы А. Р. Муллахмәтова иһә тәү сиратта туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү, донъя кимәленә күтәреү, ышаныслы киләсәк булдырыуҙы маҡсат итә.
— Күптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытып, Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа балалар менән ҡатнашып буламы тигән һорау тыуырға мөмкин. Әлбиттә, була! Уҡыусыларым менән район, республика, Рәсәй, хатта халыҡ-ара конкурстарҙа, конференцияларҙа ҡатнашып, беҙ башҡорт телен, әҙәбиәтен, тарихын, мәҙәниәтен популярлаштырабыҙ, бөтә донъя кимәленә танытабыҙ. Балаларҙың барыһы ла һәләтле, уларҙы асыҡлап артабан үҫтереү өсөн мөмкинлектәрҙе һәр мәктәптә булдырыу зарур. Күп осраҡта тәбиғәттән бирелгән һәләтте кемдеңдер ваҡытында күреүе кәрәк. Заман балаларына заманса ҡараш мөһим. Тимәк, уҡытыусы ла заманға тура килергә: заманса фекерләргә, үҙенең эшендә инновацион технологиялар менән эш итергә, эҙләнергә, яңылыҡҡа ынтылырға тейеш, — ти ул.
Д. И. Менделеев исемендәге Бөтә Рәсәй конкурсына 1550 фәнни-эҙләнеү эше тәҡдим ителә. Шуларҙан 258 башҡарыусыға Мәскәүҙә үткән финалда осрашырға яҙа. Башҡортостандан Бәләбәй һәм беҙҙең район уҡыусылары ҡатнаша. Конкурсанттар үҙҙәренең хеҙмәттәрен 10 секцияла яҡлай, жюриның, конкурста ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирә. Гуманитар һәм психолого-педагогик секцияла сығыш яһаусы Рушана Хисаметдинованың (11-се класс) үҙе уйлап тапҡан «Тарих-история» өҫтәл уйыны барыһының да иғтибарын яулай. Ентекле уйланылған эш бар яҡтан камиллығы менән әсир итә һәм конкурстың еңеүсеһе булған ҡыҙ I дәрәжәле диплом, алтын миҙал, кубок менән наградлана.
Данияр Ғафаровты (9-сы класс) Бөйөк Ватан һуғышында минең ғаиләм ниндәй эҙ ҡалдырған тигән һорау бәләкәй сағынан оҙата килә. Ошоға яуап итеп, ул былтыр «Йәш эҙләнеүселәр мәктәбе»нә йөрөй башлағас, Бөйөк Еңеүгә өлөш индергән ҡарт олатаһы Ғәйнетдин Мәҡсүтов һәм уның һуғыш яланында ятып ҡалған улы Сөләймәндең яу юлын өйрәнергә тотона. Егеттең туғандарының хәтирәләрен ғаилә архивы материалдары — документтар, фотолар, наградалар һәм хаттар, интернеттан эҙләп тапҡан архив мәғлүмәттәре, хәрби наградаға тәҡдим итеү тураһындағы приказдар һәм награда биреү ҡағыҙҙары менән нығытып башҡарған ике йыллыҡ хеҙмәте шулай уҡ юғары баһаланған. Данияр уның артынан башҡа тиҫтерҙәре лә ғаилә геройҙары тураһында эҙләнеү эше башҡарһа, Бөйөк Ватан һуғышына бәйле күпме мәғлүмәт асыласаҡ тигән ҡарашта. Мәртәбәле жюри ағзалары уға һандыҡ төптәренән эҙләп сығарылған бик үҙенсәлекле ғаилә ҡомартҡыларын музейға һаҡлауға тапшырырға кәңәш иткән.
«Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейеүсе Диана Таһирова (9-сы класс) ансамблдең барлыҡҡа килеү тарихын өйрәнеү буйынса былтыр башлаған ғилми-эҙләнеү эшенә матур итеп йомғаҡ яһаған. Районыбыҙҙың данлы ансамбле аша башҡорт халҡының бейеү сәнғәте менән таныштырған милли кейемдәге һылыу бейеп күрһәтеп тә Мәскәү жюриһын таң ҡалдырған.
Ә Эльвина Әхмәтйәнованың (9-сы класс) эше үрҙәгеләрҙән ҡырҡа айырыла. Киләсәктә үҙен иҡтисад өлкәһендә күргән ҡыҙ яратҡан шөғөлөн аҡса эшләүгә йүнәлтеү буйынса бизнес-проект яҙған. Ул бик оҫта итеп сәйләндән биҙәүестәр яһай. Хоббиһын килем сығанағына әйләндереү уға артабан яңы материалдар алып иркен үҫешергә булышлыҡ иткән, хеҙмәткә һөйөү уятҡан, үҙ көсө менән тапҡан аҡсаны дөрөҫ тотонорға өйрәткән. Проекттың практик әһәмиәтен Эльвина башҡа үҫмерҙәрҙе аҡса эшләргә һәм уны тотонорға өйрәтеүҙә күрә.
Данияр, Диана һәм Эльвина конкурстың дипломанттары тип табылған. Улар «Йәш эҙләнеүсе» миҙалы менән бүләкләнгән. Сара сиктәрендә ҡала буйлап экскурсиялар ойошторолған: Ҡыҙыл майҙанда, Москва-Ситиҙа, Рәсәй Армияһының үҙәк академия театрында булғандар. Башҡа конференцияларҙан айырмалы, был юлы уҡыусылар өсөн дә, ғилми етәкселәргә лә фәһемле булған бик мәғлүмәтле консультациялар үткәрелгән. «Өйрәнгәндәребеҙ киләсәк конкурстарҙа һис шикһеҙ кәрәк буласаҡ», — ти улар. Һәм ошо ҙур мәртәбәле, киң даирәләге конкурста ҡатнашырға, мөмкинлектәрен һынап ҡарарға изге фатихалар менән оҙатып ҡалған, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән гимназия директоры Р. Н. Әхмәтовтың, район мәғариф бүлегенең һәм ата-әсәләренең өмөттәрен аҡлай алыуҙары өсөн сикһеҙ шатлыҡ кисерәләр.