

Кисә барышында ҡыҙҙар һәм малайҙар Афған һуғышы, унда совет һалдаттарының интернациональ бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары хаҡында күп нәмәләр белде. Был һуғыштан беҙҙең илгә 15 меңгә яҡын һалдат цинк табутта, 36 меңе яраланып ҡайтты, 312-һе хәбәрһеҙ юғалды. Шуныһы һөйөнөслө, Әбйәлил егеттәре барыһы ла Афғанстандан тыуған ергә иҫән-һау ҡайттылар.
Яугир-интернационалистар Афғанда хеҙмәт итеү осорондағы төрлө хәлдәр, ҡыҙғаныс хәтирәләре тураһында уҡыусылар менән уртаҡлашты. Хәрби дуҫлыҡ, совет һалдаттарының ҡаһарманлығы ха-ҡында һөйләне. Хәрби наградаларын тағып килгән ағайҙарға балаларҙың күп һанлы һорауҙарына яуап бирергә лә тура килде.
Ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡунаҡтар үҙҙәре менән алып килгән хәрби хеҙмәт осорондағы фотоальбомдарҙы ла ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Хушлашыр алдынан яугир ветерандар йәш быуынды яҡшы уҡырға, спорт менән дуҫ булырға, тормошто яратырға, Ватанды һөйөргә һәм уның тоғро улдары, лайыҡлы һаҡсылары булырға саҡырҙы.
Бындай осрашыуҙар үҫеп килгән быуынға илебеҙҙең данлы һәм шанлы үткәнен белергә, тарихи ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан яугирҙар менән танышырға мөмкинлек бирә.
Гөлшат ИШБУЛАТОВА,
методист.