Мәғариф
18 Февраля 2022, 06:10

Кусимов ейәндәре һәр саҡ алда

Данлыҡлы яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Кусимовтың тыуыуына 113 йыл тулыу айҡанлы уның исемен йөрөткән гимназияла тантана уҙҙы.

Кусимов ейәндәре һәр саҡ алдаКусимов ейәндәре һәр саҡ алда
Кусимов ейәндәре һәр саҡ алда

Гимназия көнөнә арналған тантаналы линейканы белем усағының директоры Р. Н. Әхмәтов асты.
— Бөгөн беҙҙең өсөн мөһим көн, икеләтә байрам. Халҡыбыҙҙың легендар батыры Таһир Тайып улы Кусимовтың тыуған көнө булараҡ ҡәҙерле. 14 февралдә гимназия көнөн дә билдәләйбеҙ. 2000 йылда 2-се Асҡар урта мәктәбенә Т. Кусимов исемендәге гимназия статусын биреү тураһында бойороҡ ҡабул ителә һәм шул мәлдән тантаналы линейка уҙғарыу, йомғаҡтар яһау, уңыш-ҡаҙаныштарыбыҙҙы барлау матур йолаға әүерелде, — тине тәбрикләү һүҙендә Рәмил Нурислам улы.
Гимназистарҙы байрам менән ДРСУ-ның профком рәйесе Салауат Хәлитов ҡотлап, уңыштар теләне һәм уҡыу кәрәк-яраҡтары алыуға сертификаттар бүләк итте.
Йыл да был байрамда белем усағының уҡыу алдынғыһына Таһир Кусимов исемендәге стипендия тапшырыла. Юғары награданы алыу өсөн гимназистар тырышып уҡый, олимпиада-конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Быйылғы уҡыу йылында Геройҙың улы Салауат Кусимов булдырған премия иң күп еңеүҙәргә өлгәшкән, гимназияның ғорурлығы булған 9-сы «в» класы уҡыусыһы Мораҙым Ғайсинға бирелде.
Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡыусылары белем үрҙәрен генә уңышлы яуламай, улар спорт ярыштарында һынатмай, ижади бәйгеләрҙә алдынғылыҡты бирмәй. Район, республика кимәлендә еңеүҙәре бихисап. Тантанала иң яҡшы уҡыусылар, олимпиада еңеүселәре, спортсылар, шәп кластар билдәләнде. Директорҙың тәрбиәүи эштәре буйынса урынбаҫары Ф. М. Нөғәмәнова башланғыс кластар араһында 4-се «б» класын (етәксеһе З. Н. Щеклеева), урта звенонан 7-се «в» класын (Г. Д. Рәхмәтуллина), өлкән кластарҙан 11-се «а»ны (З. Н. Хөббөтдинова) иң әүҙем класс номинацияһында бүләкләне. Уҡыусылар араһында Иман Рыҫкилдина (4-се «б»), Фидалиә Шәйәхмәтова (5-се «г»), Алмас Ирғәлин (9-сы «а») иң әүҙемдәр тип танылды. «Иң яҡшы спортсылар» номинацияһында Алсынбай Ғайсин (3-сө «в»), Динар Мусин (8-се «г») һәм Рифат Сәйетғәлин (9-сы «б») билдәләнде. Уларға балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең миҙалдары һәм кубогы ла тапшырылды.
Фәриҙә Зиннур ҡыҙы Ғөбәйҙуллина исемендәге стипендия башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса юғары һөҙөмтәләр күрһәткән уҡыусылар өсөн булдырылған. Премияны директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары З. Н. Хөббөтдинова гимназияның иң шәп телселәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһының еңеүсеһе һәм призеры Светлана Килмөхәмәтова (11-се «а») менән Алһыу Рәхимоваға (9-сы «а») тапшырҙы.
— Гимназияла һәләтле балалар менән маҡсатлы эш бара, улар үҙҙәренең фәнни эштәре менән район, төбәк, республика кимәлендәге ғилми-ғәмәли конференцияларҙа уңышлы сығыш яһайҙар, еңеү яулайҙар, — тине Зөһрә Нуретдин ҡыҙы. — Фәриҙә Зиннур ҡыҙы менән бер ваҡытта эшләнек. Балаларҙы башҡорт рухлы итеүгә күп көс һалған уҡытыусы булараҡ хөрмәт итәм. Уның исеме онотолмай һәм премия булдырған өсөн ғаиләһенә рәхмәт белдерәм.
«Иң яҡшы фәнни эшмәкәрҙәр» номинацияһында директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары И. М. Яхина Динара Абдуллинаны (3-сө «г»), Физалиә Ғәбитованы (7-се «г») һәм Рушана Хисаметдинованы (11-се «а») бүләкләне.
Директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Д. Ә. Усманова менән башланғыс кластар буйынса урынбаҫары Ә. Х. Әминева «Иң белемле класс» номинацияһында 4-се «в» класын (етәксеһе Р. Н. Рәхмәтова), 6-сы «б» (Р. С. Мөхәмәтдинова), 11-се «б» класын (И. С. Баҙамшина) бүләкләне.
Байрамды гимназияның йондоҙсоҡтары — «Талисман» вокал (етәксеһе Ф. М. Нөғәмәнова) һәм «Аҡбуҙат» (Лилиә һәм Радик Хәлиловтар) бейеү ансамблдәренең дәртле сығыштары биҙәне. Уҡыуҙа ла һәр саҡ алда, йыр-бейеүҙә лә маһир ейәндәренә батыр Таһир Кусимовтың рухы шатланғандыр, уның яҡты исеменә, данына тап төшөрмәүҙәренә инанғандыр.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас