Мәғариф
24 Февраля 2022, 11:30

Уҡыусылар мәғариф министры менән шашка уйнаған

Онлайн сарала биш ҡыҙ һәм малай ҡатнашҡан, хатта дәғүәселәренең министр булыуынан да ҡурҡып тормаған.   #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республика балалар клиник дауаханаһы ҡарамағындағы “УҡыйбыҙБеләбеҙ” госпиталь мәктәбендә уҡыусылар Башҡортостандың фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин менән шашка уйнаған.

Онлайн сарала биш ҡыҙ һәм малай ҡатнашҡан, хатта дәғүәселәренең министр булыуынан да ҡурҡып тормаған.  

- Шашка һәм шахмат – бик яҡшы интеллектуаль уйындар. Улар аҡыл мөмкинлектәрен үҫтерергә, анализларға, хәлде алдан күҙалларға, стратегия төҙөргә булышлыҡ итә. Бөгөн һеҙҙең менән ошолай уйнау мөмкинлеге килеп сыҡҡанға сикһеҙ шатмын, - тип уҡыусыларға мөрәжәғәт иткән Айбулат Хажин.

Уйын һөҙөмтәләре буйынса өс уҡыусы еңеү яулай алған. Министр бирешкәнме?

- Бик аҙ ғына, - тип таныған министр. – Иң мөһиме: барыһы ла ысын. Көслө уйнайһығыҙ. Афариндар! Маҡсатығыҙ – үҫергә, үҫешергә һәм бер ҡасан да ҡул төшөрмәҫкә, тик юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә! Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа уҡыуҙа һәм үҫешеүҙә булышлыҡ итербеҙ. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға һаулыҡ!

Сарала ҡатнашҡандарҙың барыһына ла сертификаттар, министрҙан призлар һәм бүләктәр – өҫтәл уйындары һәм ҙур пазлдар тапшырылған.

Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас