Мәғариф
25 Февраля 2022, 08:30

I – IX синыф уҡыусылар өсөн олимпиада

1 – 31 мартта Учи.ру платформаһында финанс грамоталылығы һәм эшҡыуарлыҡ буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы үтәсәк. Уны Рәсәй банкы менән берлектә Рәсәй Федерацияһының Финанс министрлығы ойоштора.

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Олимпиадала I – IX синыф уҡыусылары ҡатнаша ала.

Онлайн рәүештә үткән ярыш финанс грамоталылығы буйынса төп терминдар һәм принциптарҙы төшөнөргә ярҙам итәсәк. Уйын форматында ҡатнашыусылар йәшәү өсөн мөһим кеҫә аҡсалары сығымдарын планлаштырыу күнекмәләрен аласаҡ, эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен өйрәнәсәк һәм шәхси сифаттарын тикшерәсәк.
Трансляция 1 мартта Мәскәү ваҡыты менән иртәнге сәғәт 10-сы яртыла Рәсәй банкының «Бәйләнештә»ге рәсми төркөмөндә башлана. Бынан тыш, сара сәхифәһендә һәм Учи.ру платформаһында уҡытыусыларҙың, уҡыусыларҙың шәхси кабинеттарында ла трансляцияға ҡушылырға мөмкин. Был олимпиада “Мәғариф” милли проектында ҡаралған бурыстарҙы хәл итеүгә лә булышлыҡ итәсәк.

Әгәр уҡытыусының һәм уның уҡыусыларының Учи.ру платформаһына инеү мөмкинлеге бар икән, үҙҙәренең логинын һәм паролен яҙып, Учи.ру сайтына йәки олимпиада сайтына инеп, мәсьәләләрҙе сисеүгә тотонорға була.

Әгәр Учи.ру платформаһына инеү мөмкинлеге юҡ икән, сайтта теркәлеү үтергә, һуңынан уҡытыусыға синыфты һәм уҡыусыларҙы өҫтәргә, һәр балаға инеү өсөн логиндар һәм паролдәр таратырға кәрәк. Бынан һуң уҡыусылар мәсьәләләр сисеү эшенә тотона ала. Эштәрҙе үтәүгә бер сәғәт ваҡыт бирелә.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас