Мәғариф
25 Февраля 2022, 05:00

Ғөрөф-ғәҙәттәре менән күркәм төйәк

Юлыбыҙ райондың оло ауылдарының береһе булған Салауатҡа илтте. 1674 йылда нигеҙ һалынған ауыл бик матур һәм уңайлы географик урында ултыра.

Ғөрөф-ғәҙәттәре менән күркәм төйәкҒөрөф-ғәҙәттәре менән күркәм төйәк
Ғөрөф-ғәҙәттәре менән күркәм төйәк

Юлыбыҙ райондың оло ауылдарының береһе булған Салауатҡа илтте. 1674 йылда нигеҙ һалынған ауыл бик матур һәм уңайлы географик урында ултыра. Ғимранташ, Моһаҡ шарлауығын күрергә тип халыҡ әллә ҡайһы яҡтарҙан бында ағылһа, салауаттарға һоҡланғыс тәбиғәт ҡомартҡылары ҡул һуҙымы ерҙә генә. Икенсенән, бында эшһеҙ ятҡан кеше юҡ. Әлбиттә, ауыл өҫтөндә эш күп түгел: мәктәп, хоспис, клуб һәм магазинда урындар һанаулы ғына. Халыҡ башлыса ҡалаға йөрөп эшләй, эргәнән юл үтеүе уңайлы. Сәғәте-ваҡыты менән автобустар уҙып тора, шәхси машиналарында йөрөп эшләүселәр, хатта руль артындағы ҡатын-ҡыҙҙар байтаҡ. Район үҙәгенә лә яҡын — 10 минутлыҡ ара. Шуға ла салауаттар ата-бабалар төйәгенән күсеп китеү тураһында һис уйламай, киреһенсә, йәштәр нигеҙ ҡороп, элек ауылдан киткәндәр кире ҡайтып, мал, ҡош-ҡорт үрсетеп, һәүетемсә донъя көтә.

Көслө мәктәптәр иҫәбендә

Таштимер урта мәктәбенең филиалы булған Салауат урта мәктәбендә I-IX кластарҙа 56 уҡыусы белем ала. Үкенескә күрә, X-XI кластарға ағымдағы уҡыу йылында уҡыусылар һаны тулмаған. 11-се класҡа ҡалған ике бөртөк уҡыусының берәүһе Асҡарға, икенсеһе Таштимергә уҡырға киткән. Әйткәндәй, төп бәлә ата-әсәләрҙең балаларын ошо яҡын ятҡан ауылдарға уҡырға ебәреүенә ҡайтып ҡала. Салауаттан ғына (Ҡужандарҙы иҫәпләмәйем) тиҫтәнән ашыу бала район үҙәге мәктәптәрендә белем ала. Асҡарға яҡын урынлашыуҙың берҙән-бер кире яғы ошонда сағыла ла инде. Балалар һаны кәмегән заманда, булғандарын ситтә уҡытыу үҙҙәре ултырған ботаҡҡа балта сабыу икәнен өлкәндәр аңлаһа икән. Былай барһа, белем усағының урта мәктәп статусын тотоуы ҡыйынға төшәсәк, башланғысҡа ғына тороп ҡалмаһалар әле. Ә мәктәпһеҙ ауыл — киләсәкһеҙ...
Салауат мәктәбе көслө мәктәптәр иҫәбендә. Белем биреү системаһына берҙәм дәүләт имтихандары индерелгәндән алып район буйынса 100 баллыҡ һөҙөмтәгә ирешкән дүрт уҡыусының икәүһе ошонан. Юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү кимәле лә 60-80 проценттан кәм түгел. Һуңғы ун йылда уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса «Йыл мәктәбе» район конкурсында Салауат мәктәбе «Актив мәктәп» номинацияһында — 4, «Грамоталы мәктәп» номинацияһында 3 тапҡыр еңеүсе һәм призер тип билдәләнгән. Уҡыу-сылар олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа һынатмайҙар. 3-сө класс уҡыусыһы Искәндәр Моталов белем смотрында яҡшы һөҙөмтә күрһәткән. 8-се кластан Гөлсөм Йосопова тарих һәм йәм-ғиәтте өйрәнеү фәндәренән район олимпиадаһы призеры булған, Линар Аҡмырҙин географиянан еңеүсе булып, республика күләмендә призерға сыҡҡан. 5-се кластан Анелия Шәйәхмәтова һәм Илзидә Зыяҡаева бәләкәй фәндәр академияһы конкурсында ҡатнашҡан. Гагарин кубогы олимпиадаһында Ләйлә Шәйәхмәтова менән Гөлсөм Йосопова муниципаль этапта призер булған.
Коллективта 24 хеҙмәткәр. Шуларҙың унауһы — уҡытыусылар, ике тәрбиәсе һәм ҡалғандары техник хеҙмәткәрҙәр. Ағымдағы уҡыу йылынан филиал мөдире итеп тарих һәм йәмғиәт уҡытыусыһы Миләүшә Шәйәхмәтова тәғәйенләнгән. Директор урынбаҫары Рәйлә Хафизова талантлы һәм талапсан географ та, уның уҡыусылары алты тапҡыр республика һәм бер мәртәбә Рәсәй күләмендәге йомғаҡлау олимпиадаһында еңеү һәм призлы урын яулаған. Ҙур булмаған мәктәп өсөн ҙур ҡаҙаныш был. Оҙаҡ йылдар физиканан уҡытыусы Илүзә Ҡотлоғәлләмованың фиҙаҡәр хеҙмәте академик М. Ә. Илһамов премияһына лайыҡ булған. Башланғыс кластарҙа Вәсилә Амангилдина һәм Эльвира Йосопова төплө белем бирә. Технология уҡытыусыһы һәм китапханасы булған Эльвира Минһажева 40 йыл ғүмерен ошо ауылда балаларға белем биреүгә бағышлаған өләсәһе Вазифа Мөхәмәтйәр ҡыҙы Аҡбулатованың, 30 йылдан ашыу мәктәп директоры вазифаһын тартҡан атаһы Марс Әхмәҙи улының һәм башланғыс кластар уҡытыусыһы булған әсәһе Рәйлә Әхәт ҡыҙының данлы юлын — уҡытыусылар династияһын дауам итеүсе. Тормош иптәше Ринат Нуриәхмәт улы физкультуранан уҡыта. Волейбол һәм баскетбол буйынса Салауат мәктәбе командаһы гелән призлы урындар яулай. Чечен Республикаһында хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булған элекке уҡыусылары Рушан Ахунйәнов һәм Артур Әхмәтйәнов иҫтәлегенә волейбол турнирҙары уҙғарыу мәктәптә изге йолаға әүерелгән. Тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары Эльвира Таһирова, Нәрисә Абдуллиналар үҙ һөнәрҙәренең оҫтаһы булып танылған. Вәсилә Зыяҡаева Гагарин олимпиадаһын уҙғарыу буйынса яуаплы координатор ҙа. Башланғыс кластар Юлиә Ҡотлоғәлләмова етәкселегендә «Сәләмәт быуын — көслө төбәк» проектында ҡатнаша. ГТО нормативтарын тапшырырға әҙерләнәләр, аҙнаға бер тапҡыр Асҡарға бассейнға йөрөйҙәр. Тиҙҙән проект сиктәрендә мәктәпкә спорт инвентарҙары киләсәк. 30 йылдан ашыу эштәр башҡарыусы вази-фаһын үтәгән Лилиә Ибраһимова мәктәптең бөтә ҡағыҙ эштәрен теүәллек менән алып бара.
Салауат уҡыусылары бигерәк тә музыкаль яҡтан һәм спорт буйынса һәләтле. Арыу уҡ балалар Асҡар сәнғәт мәктәбендә фортепиано, ҡылҡумыҙ, вокал буйынса шөғөлләнә. Ауылдаштары, табип Ренат Мәһәҙиев бүләк иткән пианино бер ҡасан да тын тормай. Белем усағының «Байыҡ» сәхнәһенә тиклем барып еткән өлгөлө «Салауат» бейеү ансамбле лә бар.
Мәктәптең проблемалары ла етерлек. 1993 йылда асылғандан алып, мәктәпкәсә төркөмдө иҫәпләмәгәндә, бер тапҡыр ҙа капиталь ремонтланмаған. Шифер менән ябылған ҡыйыҡ һыу үткәрә, тәҙрә рамдары серегән. Ҡасан да булһа ремонт башҡарылыр, мәктәпкә ҡот ҡуныр, тип көтәләр. Тик яуап уҡыусылар һанының кәмеүенә барып теркәлә. Ҡыш буйы башня туңып һыу мәсьәләһе ыҙалата, айырым скважина ла кәрәк. Интернет насар тотоуы заман мәғарифы ҡуйған талаптарға яуап бирмәй. Дистанциялы уҡыу мәлендә «кейс»тар ярҙамында белем биреү мәшәҡәтле булған.

Ғөрөф-ғәҙәттәре менән күркәм төйәк
Ғөрөф-ғәҙәттәре менән күркәм төйәк
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас