#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Рәсәй Ворлдскилс стандарттары буйынса ойошторолған “Бизнес өсөн программа ҡарарҙары” оҫтаханаһы базаһында колледж "Үлсәү ҡорамалдары заводы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән берлектә “Мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары” йүнәлеше буйынса белем алған студенттарҙы ҙур ихтыяж менән файҙаланған бизнес компетенцияларға уҡытасаҡ.
-Эш биреүселәр менән яңы хеҙмәттәшлек алымдары студенттарҙы практик яҡтан әҙерләүгә, эш биреүселәрҙең ихтыяжлы компетенциялар булдырыу буйынса идеяларын һәм тәҡдимдәрен үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк.
Проект лекциялар циклын, эш биреүсенән практик эштәр пакетын үҙ эсенә ала. Белорет педагогия колледжы директоры Гөлшат Йомағужина, үлсәү ҡорамалдары заводының һатыу бүлеге етәксеһе Ринат Мәғәфүров, үлсәү ҡорамалдары заводының маркетинг буйынса белгесе Диана Затонская проект спикерҙары булып тора.
Курс тамамланған студенттар "7С кадрҙарын махсус әҙерләү" программаһы буйынса уҡыу һәм практик әҙерлек үтеү тураһында таныҡлыҡ аласаҡ.
Был саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проекты һәм “Фән” милли ҡуйған бурыстарҙы ла ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.