Мәғариф
21 Марта 2022, 09:31

Балаларға хәҙер үҫешер өсөн мөмкинлектәр бик күп

Башҡортостан Республикаһының күп кенә мәктәптәрендә "Үҫеш нөктәһе" үҙәктәре эшләй. 

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ағиҙел ҡалаһының 2-се һанлы мәктәбе нигеҙендә лә үткән йылда "Мәғариф" милли программаһына ярашлы "Үҫеш нөктәһе" үҙәге барлыҡҡа килде. 

Был проект буйынса балалар яңы кластарҙа, заманса ҡоролмалар ярҙамында белем ала. 

"Үҫеш нөктәһе" үҙәгенә биология, химия, физиканан цифралы лабораториялар килтерелгән. Улар дәрестәрҙә практик эштәр, проекттар башҡарыу, тикшеренеүҙәр яһарға өйрәнеү өсөн тәғәйенләнгән. 

Үҙәк бинаһы төҙөк хәлгә килтерелгән, мебель һатып алынған. 

"Мәғариф" милли проекты маҡсаты - урта белем биреүҙең сифаты буйынса иң яҡшы һаналған илдәр рәтенә сығыу. 

Балалар өсөн мөмкинлектәр етерлек, тырышып уҡырға, әүҙем булырға ғына ҡала. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:
Читайте нас