Мәғариф
24 Марта 2022, 11:35

Светлананы студент тиһәк тә була

Әле берҙәм дәүләт имтихандары тапшырылмаған, әммә Таһир Кусимов исемендәге гимназияның сығарылыш класс уҡыусыһы Светлана Килмөхәмәтованы студенттар иҫәбенә ҡабул ителеүе менән ҡотларға ла була.

Светлананы студент тиһәк тә булаСветлананы студент тиһәк тә була
Светлананы студент тиһәк тә була

Әле берҙәм дәүләт имтихандары тапшырылмаған, әммә Таһир Кусимов исемендәге гимназияның сығарылыш класс уҡыусыһы Светлана Килмөхәмәтованы студенттар иҫәбенә ҡабул ителеүе менән ҡотларға ла була.

Гәзитте иғтибарлап уҡып барыусылар Светлананың уңыштары тураһында хәбәрҙар инде. Һуңғы өс йыл рәттән тырыш ҡыҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала уңышлы сығыш яһап, 9-сы һәм 11-се кластар араһында еңеүсе, ә былтыр, йәғни 10-сы класта, призер булғайны. Был еңеүҙәре Светаға республика вуздарының башҡорт филологияһы факультеттарына башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән һынау тотмай уҡырға инеү мөмкинлеген бирһә, күптән түгел ошо уҡ фәндән БДУ-ла тәүге тапҡыр үткән Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһында ҡатнашып призер булыуы филология йүнәлешле Рәсәй вуздарына һынауһыҙ уҡырға инеү юлын асты.
Ағымдағы уҡыу йылынан Рәсәй Фән һәм мәғариф министрлығының «2021-2022 уҡыу йылында мәктәп уҡыусылары олимпиадалары теҙмәһен һәм уларҙың кимәлдәрен раҫлау тураһындағы» бойороғона ярашлы, Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһы предметтары иҫәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәне лә федераль исемлеккә индерелде. Олимпиаданың төп ойоштороусыһы — М. К. Аммосов исемендәге Төньяҡ-көнсығыш федераль университеты. Ойоштороусылар рәтендә сығыш яһаусы Ҡазан, Себер, Төньяҡ (Арктика) федераль, Чечен дәүләт педагогия университеттары менән бер рәттән илдең алдынғы юғары уҡыу йорттары араһында Башҡорт дәүләт университеты ла бар. Уҡыу йорттары урынлашҡан төбәктәргә ҡарап ҡына ла филология буйынса Төньяҡ-көнсығыш олимпиада ниндәй милли телдәр һәм әҙәбиәттәр буйынса уҙғарылыуын күҙалларға мөмкин: башҡорт, татар, ненец, яҡут, эвен, эвенк, юкагир, чечен...
Олимпиада ике турҙан тора. Һайлап алыу туры 1 декабрҙән 17 ғинуарға тиклем М. К. Аммосов исемендәге Төньяҡ-көнсығыш федераль университеты тарафынан дистанцион рәүештә ойошторолһа, икенсе тур төбәктәрҙә ойоштороусы булған үрҙә атап үтелгән уҡыу йорттары базаһында уҙған.
Шулай итеп, 2 мартта башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиаданың йомғаҡлау этабы БДУ майҙансығында үткән. Университет уҡытыусылары олимпиада буйынса тест һорауҙарын әҙерләгән. Ярыштың беренсе этабы 300-ҙән ашыу ҡатнашыусыны йыйһа, һуңғы этапҡа 107-һе, шул иҫәптән Әбйәлил ҡыҙы Светлана Килмөхәмәтова үткән. Әйткәндәй, тәүге филологик ярышты асыу тантанаһы ла бик матур итеп ойошторолған. Туған телдән һәм әҙәбиәттән белем ҡеүәһен һынарға йыйылған уҡыусыларҙы университет ректоры Николай Морозкин, республика Башлығы һәм Хөкүмәте исеменән премьер-министр урынбаҫары Азат Бадранов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов һәм видеобәйләнеш аша РФ Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Лилиә Ғүмәрова сәләмләгән.
— Уҡыусыларыбыҙ көсөргәнешле бәйгелә ҡатнашҡан мәлдә беҙ ҙә ваҡытты бушҡа уҙғарманыҡ. Оҙатып алып барған уҡытыусылар өсөн семинар ойошторолдо, — ти гимназия уҡытыусыһы А. Р. Муллахмәтова.
Олимпиада эштәрен башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, профессор Гөлфирә Абдуллина етәкселегендәге жюри баһалаған. Һөҙөмтәлә Светлана Килмөхәмәтова, төп еңеүсенән ҡала икенсе баҫҡыста урын алып, призерға сыҡҡан. Олимпиада шарттарына ярашлы, еңеүселәр һәм призерҙар филология йүнәлешле Рәсәй вуздарына һынауһыҙ уҡырға инә йәки БДИ өсөн 100 балл йыйыусыларға тиңләштерелә (БДИ-һы 75 балдан кәм булмаған осраҡта). Киләсәк тормошон тел һәм һәм әҙәбиәткә бәйләргә ниәтләгән ҡыҙ ҡайһы уҡыу йортона барырға тигән ҙур һайлау алдында хәҙер. Асҡар гимназияһының телһөйәр уҡыусыһын һәм уны мәртәбәле һынауға әҙерләгән остазы Альбина Ринат ҡыҙын оло еңеүҙәре менән ҡотлайыҡ.

 

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас