

Яҙғы каникул осоронда район буйынса 11 мәктәптә көндөҙгө лагерҙар эшләне. «Аҡыллы каникулдар» — сменаның исеме үк есеме тураһында һөйләй. Ул үҙенә һәләтле балаларҙы йәлеп итте, бынан тыш ағымдағы йылда дәүләт һынауҙарын тапшырасаҡ сығарылыш класс уҡыусыларын да имтихандарға әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Лагерь булғас, дәрес-консультациялар, интеллектуаль уйындар һәм төрлө тренингтар мауыҡтырғыс саралар, күңелле осрашыуҙар, онотолмаҫ сәйәхәттәр менән аралаштырылды. Ҡыҫҡаһы, күҙ асып йомған арала үтеп киткән биш көн эсендә уҡыусылар файҙалы ял итте, бик күп яңы мәғлүмәт үҙләштерҙе, тәм-томдар менән һыйланды. Лагерҙарҙың эшмәкәрлеге менән беҙ ҙә таныштыҡ.
Мәктәп базаһында йәйге көндөҙгө лагерҙар электән эшләп килһә лә, уҡыу мәлендә бындай тәжрибә тәүгә индерелде. Хәйер, быға тиклем, тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткәндер, 1-се Асҡар урта мәктәбендә математик һәләтле уҡыусылар өсөн йәйге уҡыуҙар уҙғарыла торғайны, бер нисә йыл элек нәҡ «Аҡыллы каникулдар» тигән исем аҫтында Ташбулат урта мәктәбе базаһында республика инженер лицей-интернаты менән берлектә химия йүнәлеше буйынса йәйге смена ойошторолдо һәм шуның дауамы булып, был фәнде яратып үҙләштергән, киләсәк тормоштарын сәнәғәт, медицина өлкәләре менән бәйләргә теләгән уҡыусылар ҡышҡы каникулда «Ирәндек» лагерында йыйылды. Атап үтелгән профилле сменаларҙа, билдәле, һанаулы ғына уҡыусылар һәләттәрен камиллаштырҙы, шуға күрә әле килеп мәктәптәрҙә «Аҡыллы каникулдар» ойошторолоуы балалар өсөн дә, уҡытыусылар һәм ата-әсәләргә лә көтөлмәгән яңылыҡ булды һәм барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды. Шулай итеп, Таһир Кусимов исемендәге гимназияла, Ҡырҙас, Ишҡол, Таштимер, Салауат, Тупаҡ, Михайловка, Гусев, Дәүләт, Байым һәм Рәхмәт урта мәктәптәрендә ойошторолған лагерҙарҙа бөтәһе 650 бала ял итте.
Ишҡол мәктәбендә сменаға 35 уҡыусы йәлеп ителгән.
— Урындар һаны сикле булғас, тәү сиратта имтихан тапшырыусы 9-сы, 11-се кластарға өҫтөнлөк бирҙек. Быйылғы сығарылышта бөтәһе 21 уҡыусы. Ҡалған 14 урынды башланғыс кластарҙан уҡыу алдынғыларына бүлдек. Киләсәктә «Аҡыллы каникулдар» йыл да үткәрелер, уға эләгергә ынтылып отличниктарыбыҙ күбәйер, тип уйлайым, — ти лагерь начальнигы вазифаһын башҡарыусы тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Д. М. Әбүзәрова.
Смена мәҙәни мираҫ йылы билдәһе аҫтында үткән. Башланғыс класс уҡыусылары өсөн бигерәк тә рухи үҫеш йәһәтенән фәһемле мәғлүмәттәргә бай ул. Лагерға йөрөүсе кескәйҙәр китапханала, клубта, музейҙа булған. Урындағы мәҙәниәт усағы хеҙмәткәрҙәре «Үгәй ҡыҙ Гөлбикә» башҡорт халыҡ әкиәтен сәхнәләштергән, йәш тамашасылар зауығына тура килгән концерт ҡуйған. Уҡыусылар яуап итеп үҙҙәре лә ауыл сәхнәһендә сығыш яһаған. Хатта ике бала ҙурайғас мәҙәниәт хеҙмәткәре булам тигән ҡарарға килгән. Мәктәп, ауыл китапханаларына экскурсиялар ҙа балалар күңелендә эҙһеҙ ҡалмаҫ, моғайын. Барыһы ла өйҙә уҡырға китап-журналдар алып ҡайтҡан.
Лагерҙың эшен ҡыҙыҡлы итеп ойоштороуға тәрбиәселәр итеп тәғәйенләнгән башланғыс кластар уҡытыусылары З. М. Ҡаһарманова, З. М. Баһаува, китапханасы Д. Ә. Вәлиева, интернат тәрбиәсеһе Р. Р. Вәлиева ҙур тырышлыҡ һалған. Мауыҡтырғыс темаларға дәрестәр, яңынан-яңы шөғөлдәр уйлап табып ҡына торғандар. Һәр иртә гимнастиканан башланған. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә арналған КВН, төрлө спорт ярыштары, күңелле старттар үткән. Ҡул эштәренә маһир Рита Риф ҡыҙы етәкселегендә ҡыҙҙар башта ҡурсаҡтарына түшелдеректәр эшләһә, оҫтарғас үҙҙәренә лә мәрйен-тәңкәле хәситәләр теккән. Малайҙар иһә ҡатырғанан машиналар ҡорған, рәсем төшөрөүгә лә әүәҫтәр.
Көндөҙгө лагерҙа ике тапҡыр ашатыу ҙа ойошторолған. Үҫеүсе йәш организмдар өсөн балансланған туҡланыу — итле аш, йәшелсә-емеш, һуттар бик мөһим. Имтиханға әҙерләнеүсе ҡыҙҙар-егеттәргә бигерәк тә. Уларға график буйынса консультациялар уҙғарылған. Каникул осоронда бөтә иғтибарҙы берҙәм һәм төп дәүләт имтихандарына әҙерлеккә йүнәлтеү һөҙөмтәһен һис шикһеҙ бирәсәк. Беҙ килгәндә, мәҫәлән, ун беренселәр остаздары Д. А. Йәмилхина менән математиканан БДИ мәсьәләләрен сисәләр ине. Ете уҡыусының бишәүһе имтиханды «профиль» йүнәлеше буйынса тапшыра. Ә 9-сы кластан информатиканы һайлаған һигеҙ уҡыусы уҡытыусылары Ф. Ю. Мәхмүтов менән КИМ-дар өҫтөндә шөғөлләнә ине. Гелән уҡыу менән генә булмай, хәрәкәткә, әүҙем ялға иғтибар бүлеп, лагерҙа өлкән кластар өсөн спорт ярыштары уҙғарылған.
Дәүләт мәктәбендә «Аҡыллы каникулдар» сменаһында 70 бала ял итте. Башланғыстар — «Әфлисундар», урта кластар «Рәсәй» һәм өлкәндәр «Юғары лига» отрядтарына бүленгән. Тәүге көндә лагерь ҡағиҙәләре менән танышҡандар, отряд капитандарын һайлағандар. Әҙәп, тәртип, тәрбиә темалары көн дә уҙғарылған сара-операцияларҙа төп урынды алған. Бер көн тулыһынса яҡшы кәйеф көнө тигән исем аҫтында уҙған. Ҡунаҡ ҡаршылау темаһына әңгәмә ҡорғандар. Ҡыҙыҡлы, кәрәкле яңы шөғөлдәр үҙләштергәндәр, улар киләсәктә һөнәр һайлауға ла йоғонто яһар, моғайын. Мәҫәлән, урта кластарҙа уҡыған ҡыҙҙар маникюр буйынса мастер-класс үтһә, башланғыс кластар татлы мамыҡ эшләү процессы менән танышҡан, сәйлән теҙеп кескәй генә уйынсыҡтар яһаған. Буласаҡ хужабикәләр кулинар оҫталыҡтарын байытҡан: мәктәп ашханаһында булочка, капкейк һәм ҡош теле бешерергә лә өйрәнгән. Тәрбиәселәре Н. М. Азанова, Ә. Х. Вафина, А. З. Мәхмүтова һәр яҡтан егәрле булғас, ял сәғәттәре ныҡ күңелле үткән. Наталья Михайловна үҙенең башланғыстары менән финанс грамоталығы, график диктант кеүек интеллектуаль дәрестәр үткәргән. Әлиә Хажмөхәмәт ҡыҙы, химия уҡытыусыһы булараҡ, мауыҡтығыс тәжрибәләр лабораторияһын ойошторған. Йәш техниктар станцияһы педагогы Ю. Ҡ. Һибәтов конструкторҙар ҡороу буйынса дәрес уҙғарһа, ҡунаҡҡа саҡырылған мәктәптең элекке уҡыусыһы Азат Көмөшбаев кружкаларға һүрәт төшөрөргә өйрәткән. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Нәзифә Солтанова менән Дилә Ишбулдина «Пушкин картаһы» буйынса «Беҙ көслөрәк» сараһын ойошторған, көн һайын тиерлек дискотекалар үтеп торған. Ныҡышмал рәүештә имтихандарға әҙерләнгән сығарылыш кластар консультацияларҙан тыш спорт сараларына йәлеп ителгән. Лагерҙың спорт тормошо өсөн физрук З. З. Шөғүров яуап биргән. Ә биш көнлөк ялды биш йылдай итеп береһенән-береһе мауыҡтырғыс саралар, кисәләр менән йәнләндереүгә лагерь начальнигы Р. Т. Мәсәлимова ҙур көс һалған.
Рәхмәт мәктәбендә өс ауылдан бөтәһе 84 бала уҡыһа, шуларҙың 60-тан ашыуы лагерға йөрөгән.
— Беҙҙең маҡсат: балаларҙа илһөйәрлек рухы тәрбиәләү, матур һәм файҙалы ял ойоштороу ине. Тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары А. Ғ. Бикҡужина менән берлектә лагерь планын төҙөнөк. Уның эшенә бөтә уҡытыусылар, хатта китапханасыбыҙ ҙа йәлеп ителде. Балалар бик ихлас йөрөнө. Ата-әсәләр ҙә риза булғандыр тип уйлайым, сөнки көн һайын күрше ауылдарҙан үҙҙәре машина менән йөрөттөләр. Иртәнсәк килгәс тә күңелле башҡорт көйө аҫтында күнекмәләр эшләгәндән һуң, планға ярашлы уйындар, ҡыҙыҡлы дәрестәр уҙғарылды. Ата-әсәләрҙең финанс ярҙамы менән балаларҙы Т. Т. Кусимовтың музейына, «Яҡты-Күл» шифаханаһына бассейнға алып барыуҙы ойошторҙоҡ, — ти лагерь начальнигы М. М. Әхмәҙиева.
Мәктәп уҡыусылары яратып уйнаған волейбол, пионербол турнирҙарынан тыш, милли уйындарға ла етди иғтибар бүленгән. «Йәшерәм яулыҡ», «Тирмә», «Һуҡма туп» уйындары балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Көрәш буйынса ярыш уҙған. «Таланттар төйәге — Рәхмәт» тип исемләнгән әҙәби-музыкаль кисә үткән. Шиғриәткә ғашиҡ ауылдаштар менән осрашыуҙа Мәүлиә Сафиуллина, Хәнифә Собханғолова, Әлфиә Әбдрафиҡова, Гүзәл Әхмәҙиева, Гөлниса Йәнсәйетова, Илдүсә Мәсәлимова үҙҙәренең ижадтары, тел тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлашҡан.
Дәүләт имтихандарына әҙерләнгән сығарылыш класс уҡыусыларынан тыш унынсылар өсөн дә математиканан, рус теленән консультациялар уҙған. Ҡалған балалар ваҡытты фәҡәт уйнап ҡына үткәрмәгән: Шайморатов генерал тураһында кино ҡарағандар, Бөйөк Ватан һуғышына арналған дәресте тын ҡалып тыңлағандар, патриотик темаға йырҙар өйрәнгәндәр, командаларға бүленеп викторина һорауҙарына яуап биргәндәр, мәктәп музейына сәйәхәт ҡылғандар, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса ярышта әүҙем ҡатнашҡандар. Һуңғы көн лагерҙы ябыу кисәһе һәм өлкәндәр өсөн дискотека менән тамамланған.
Тупаҡ мәктәбендә «Аҡыллы каникулдар»ҙы «Йәйләү» лагеры программаһына нигеҙләнеп, рухи һәм физик сәләмәтләндереү йүнәлешендә ойошторғандар. I-IX класҡа тиклемге 40 бала — уҡыу алдынғылары, мәктәп данын республика кимәленә күтәргән КВН командаһы ағзалары һәм 9-сы класты тамамлаясаҡ 9 уҡыусы «Тамъяндар» һәм «Үҫәргәндәр» ырыуҙарына бүленгән.
— Быға тиклем мәктәптә йәйге көндөҙгө лагерҙы ла «Йәйләү» программаһы буйынса уҙғарғайныҡ, шул эште дауам итеп, гимнды өйрәнеүҙе тамамлап ҡуйҙыҡ. Башҡорт халыҡ уйындарына өҫтөнлөк бирҙек. Алпамыша спорт ярыштарын уҙғарҙыҡ, — ти лагерь начальнигы, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары З. З. Сахаува.
Һәр көн айырым темаларға бағышланған: «Китап — иң яҡшы дуҫ», «Әҙәпкә ғәҙәтләнһәң әҙәм булырһың, яманға ғәҙәтләнһәң әрәм булырһың», «Йырлап асыла күңел». Интеллектуаль уйындар, күңелле старттар, баскетбол, волейбол, теннис ярыштары уҙған, таланттар концерт ҡуйған, 9-сы кластар менән имтихандарҙы стресһыҙ үткәреү тураһында әңгәмә ҡоролған. Лагерҙы ябыу сараһы ырыу байрағы өсөн алыш тигән күңелле уйын менән тамамланған. Әйткәндәй, көн һайын сараларҙа әүҙем ҡатнашыусылар татлы приздар менән дә бүләкләнгән.
— «Аҡыллы каникулдар» маҡсатына иреште. Яҡшы ялдан һуң балалар дүртенсе сиректе яңы көстәр һәм дәрт менән башланы. Ә уҡыу йылы аҙағында был бик мөһим. Һәм лагерь эшмәкәрлегенә ситтән бер генә тәрбиәсе-вожатый ҙа, етәксе лә йәлеп итмәнек. Бөтәһе лә мәктәп көсө, уҡытыусылар һәм техник персонал хеҙмәте менән атҡарылды, бер кем дә шәхси ваҡыты өсөн иҫәпләшмәне. Педагогтар уҡыусыларҙың ялын ойоштороуға тырышлыҡ түкһә, ашнаҡсылар ҙа ял итмәне. Шуның өсөн барыһына ла ҙур рәхмәт. «Аҡыллы каникулдар» эш тәжрибәһенә уйын формалары аша яңы методик алымдар индереүе менән файҙалы булды. Уларҙы артабан камиллаштырыу, үҫтереү, кластан тыш сараларҙа ҡулланыу уҡыусыларҙың уҡыуға ҡыҙыҡһыныуын арттырасаҡ ҡына. «Аҡыллы каникулдар»ҙы киләсәктә башҡа белем усаҡтарында ла ойошторасаҡбыҙ, — тине район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Г. Ә. Рәхимова.