

Улар БДИ тапшырыусы беренселәр ҙә, һуңғылар ҙа түгел. Быға тиклем күпме сығарылыш кластар дәүләт һынауҙарын уңышлы үтеп, уның һөҙөмтәләре буйынса теләгән уҡыу йорттарына уҡырға ингән, диплом алып төрлө өлкәләрҙә хеҙмәт итеп йөрөйҙәр; бынан һуң да берҙәм имтихандар бөтөрөләсәк тигән һүҙҙәр ишетелмәй әле. Шулай ҙа быйылғылар үҙенсәлекле: улар — ФГОС-тың беренсе ҡарлуғастары, шулай уҡ дөйөм мәғариф системаһына төп һәм берҙәм дәүләт һынауҙары индерелгәндән башлап, пандемия сәбәпле, 9-сы кластан һуң имтихан тапшырмаған берҙән-бер сығарылыш ул.
Шуға күрә үткән аҙнала районда һынау рәүешендә уҙғарылған БДИ-ға ҡуйылған бурыстар күп яҡлы ине. Ул уҡыусыларҙың белем-әҙерлек кимәлен тикшереп ҡарауҙан тыш, уларҙы имтихан тапшырыу процедуралары аша уҙғарыуҙы, психологик кәртәләрҙе емереүҙе һәм ата-әсәләрҙе борсоған күп һанлы һорауҙарға яуап биреүҙе маҡсат итте. «Ата-әсәләр менән БДИ» акцияһында райондың 220 сығарылыш класс уҡыусыһы менән бергә өлкәндәр ҙә ҡатнашты.
Район мәктәптәренең 11-се класс уҡыусылары 1-се Асҡар урта мәктәбе базаһында урынлашҡан 301-се имтихан тапшырыу пунктына саҡырылды. Белем усағына ингән саҡта эпидемиологик хәүефһеҙлек саралары күҙәтелде: ишек төбөндә тығындар булмаһын өсөн инеү ике урында ойошторолдо, бынан тыш һәр мәктәп тәғәйен ваҡытта ғына эскә үтте, тән температураһы үлсәнелде, антисептик менән ҡулдар зарарһыҙландырылды, артабан имтихан тапшырыуҙың ҡәтғи талаптары үтәлде — уҡыусылар металл эҙләгестәр менән тикшерелгәс, шәхесен раҫлаусы документын күрһәтеп, исемлек буйынса беркетелгән аудиторияға, тәғәйен парта артындағы урынына уҙҙы. Ҡулда паспорт, ҡара буяулы ике гель ручкаһы ғына. Бынан тыш үтә күренмәле һауытта эсәр һыу индерергә мөмкин. Ә ҡалғаны — 11 йыл дауамында тупланған белем — башта! Иң мөһиме албырғап ҡалмай, белгәндәреңде урынлы ҡулланып, тулы ҡиммәтендә ҡағыҙ битенә төшөрөргә кәрәк.
«Репетиция» рәүешендә уҙған БДИ-ла һәр мәктәптән теләктәре булған ата-әсәләр ҙә ҡатнашты. Улар ҙа үрҙә әйтеп уҙылған процедураларҙы үтте. Уҡыусылар был көндә рус теленән һынамаҡҡа имтихан бирҙе, өлкәндәргә математиканың база өлөшө буйынса хәтер яңыртырға тура килде.
Район мәғариф бүлегенән берҙәм дәүләт имтихандары буйынса муниципаль координатор Ә. Р. Фәттәхова башта ата-әсәләрҙе имтихан тапшырыу пункты, аудиторияларҙың техник яҡтан нисек йыһазландырылыуы менән таныштырҙы. Һәр аудиторияның видеокүҙәтеү аҫтында булыуы, IP-камераларҙың бөтә имтихан биреүселәр ҙә яҡшы күренерлек ракурста көйләнеүе, имтихан барышын Мәскәүҙән, Өфөнән, башҡа төбәктәрҙән онлайн күҙәтеүҙән тыш, видеояҙма алып барылыуы, телефон бәйләнешен өҙөүсе блокираторҙар урынлаштырылыуы — быларҙың барыһы ла асыҡ һәм ғәҙел имтихандар үткәреүгә булышлыҡ итеүе тураһында һөйләне.
Бөтәһе лә нәҡ ысын БДИ-лағыса булды: күҙ алдында компьютер һәм принтерҙан торған бланкылар сығарыу станцияһы аша контроль-үлсәү материалдары, ябай тел менән әйткәндә тест заданиелары баҫтырылды. Теркәлеү, яуаптар яҙыу бланкыларын тултырғас, имтиханға бүленгән ваҡыт иҫәбе башланды. Математиканың база өлөшө буйынса БДИ тапшырыуға 3 сәғәт бирелә, ата-әсәләргә лә ошо ваҡытта мәсьәләләрҙе сисеп, яуаптарҙы бланкыға теркәү зарурлығы әйтелде. Әйтергә кәрәк, имтихан биреүселәр ваҡыт тамамланып килеүе тураһында, ярты сәғәт һәм 5 минут ҡалғас, иҫкәртелергә тейеш.
Имтихандан бигерәк ата-әсәләр һорауҙарын биреп ҡалырға тырышты. Шуға күпселек ваҡыт һорау-яуаптарға бүленде лә. БДИ ваҡытында килеп тыуыуы ихтимал булған сетерекле ос-раҡтар ҡаралды. Хәл иткес көндә имтихан биреүсенең сирләп китеүе бар. Был осраҡта БДИ-ға килмәҫкә мөмкин. Медицина учреждениеһы биргән ауырыуҙы раҫлаусы белешмә нигеҙендә имтихан резерв көнгә күсерелә. Имтихан тапшырыу пунктында ла медик һәм психолог эшләй, сирләп китеүселәргә белгес ярҙамы күрһәтелә, кәрәк булғанда «Ашығыс ярҙам» саҡырыла. Резерв имтихан үҙебеҙҙә йәки Сибайҙа һәм Баймаҡта уҙғарыла, сит районда булған осраҡта ла борсолорға урын юҡ, район мәғариф бүлегенән транспорт бүленә.
БДИ-ла күсерергә маташҡан, шпаргалкалар менән файҙаланыуға өмөтләнгән уҡыусылар бары үҙ-үҙҙәренә зыян итәсәк. Тәртип барыһы өсөн дә бер. Йән-яҡтан ойоштороусылар, йәмәғәт күҙәтеүселәре ҡарап торғанда һәм һәр уҡыусыны яҡынайтып ҡарау мөмкинлеге булған камера аҫтында бындай мөмкинлек булмаясаҡ та. Бер нимәгә ҡарамаҫтан мутлашырға самалаған белекһеҙҙәргә имтихандан сығарып ебәрелеүҙән тыш штраф түләргә тура киләсәк. Әгәр сығарылыш класс уҡыусыһы бәлиғ булһа, административ яуаплылыҡ уның үҙенә һалына, 18 йәш тулмаған осраҡта ата-әсәһе яуап бирәсәк.
Имтихандар көнө билдәле, график менән уҡыусылар хәбәрҙар, тине Әсмә Раил ҡыҙы. Пандемия сәбәпле, барыһы өсөн дә мотлаҡ булған рус теленән имтихан ике көндә уҙасаҡ. Математиканан да һынау база һәм профиль өлөштәрҙе тапшырыусылар өсөн айырым үтәсәк.
БДИ эштәрен республика предмет комиссияһы тикшерә. Баһалар менән килешмәгән хәлдә апелляцияға биреү мөмкинлеге бар. Ләкин ул компьютер ярҙамында тикшерелгән тест өлөшөнә ҡағылмай, шуға күрә яуаптарҙы теркәгәндә уҡыусыларға айырыуса иғтибарлы булыу зарур. Ковидҡа бәйле хәл арҡаһында былтырҙары апелляция онлайн рәүештә уҙған. Әйткәндәй, бығаса беҙҙең район берҙәм дәүләт имтихандарында насар яҡтан баһаланмаған. Төрлө йылдарҙа 100 баллыҡ һөҙөмтәгә өлгәшеүселәр ҙә булған: өс уҡыусы географиянан, ә берәү физиканан иң юғары һөҙөмтәгә ирешкән. Ғөмүмән алғанда, 81 балдан башлап һөҙөмтәләр юғары тип иҫәпләнә. Былтыр район буйынса 32 уҡыусы рус теленән юғары белем ҡеүәһен күрһәткән. Мәктәпте миҙалға тамамлауға ла БДИ-ның йоғонтоһо ҙур хәҙер. Уҡыу йылдарында гел «бишле»гә генә өлгәшеп тә, рус теле һәм математиканан төп дәүләт имтихандарын 70 балдан кәм һөҙөмтәгә башҡарған уҡыусы миҙалдан ҡолаҡ ҡаға. Ә инде яҡшы күрһәткестәр артабан абруйлы вуздарға уҡырға инеүҙе генә гарантиялап ҡалмай, студенттарға бихисап өҫтөнлөктәр бирә. Был турала ентекле мәғлүмәт һәр вуздың сайтында бирелгән. «Шуға күрә бөтәһе өсөн дә тиң шарттарҙа үткән БДИ-ла бөтә белем көсөн һалып тырышырға ғына кәрәк. Ҡурҡмағыҙ, баланы ла яҡшы кәйефкә көйләгеҙ», — тине муниципаль координатор.
Район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Г. Ә. Рәхимова ата-әсәләрҙе быйыл уҡыу йорттарына ҡабул итеүгә ҡағылышлы яңылыҡтар менән таныштырҙы, бик күп фәһемле мәғлүмәттәр бирҙе.
Ә был ваҡытта уҡыусылар БДИ тапшырҙы һәм аҙаҡ мәғариф бүлегенән алған мәғлүмәттәрҙән имтиханда 217 сығарылыш уҡыусыһы ҡатнашыуы, улар араһында «икеле» билдәһе алыусылар барлығы мәғлүм булды. «Сығарылыш уҡыусыларына ФИПИ-нан алынған демоверсия заданиелары бирелде. Был варианттарҙы ҡайһы бер мәктәптәрҙең йәиһә айырым уҡыусыларҙың үҙ аллы алдан эшләп ҡарауҙары ла бик ихтимал. Шуға күрә һәйбәт балдар йыйҙым тип теҙгенде бушатырға ярамай. Дөйөм һөҙөмтәләр инша яҙыуға, уның талаптарын үтәүгә иғтибарҙы көсәйтергә кәрәклеген күрһәтте. Бөтөнләй инша яҙмаған уҡыусылар булды. Быйылғы үҙгәрештәр буйынса тест өлөшөнә индерелгән 1-се заданиены күптәрҙең эшләй алмауы асыҡланды. Төҙәтәһе, эшләп еткерәһе урындар байтаҡ. Һәр уҡыусы буйынса етешһеҙлектәр уҡытыусыларына еткерелде. БДИ-ға тиклем улар бөтөрөлөр, уҡыусылар белем кимәлен тулыһынса күрһәтә алыр тип ышанғы килә», — тине Ә. Р. Фәттәхова.