Мәғариф
19 Апреля 2022, 11:30

Порталда БДИ-ны алдан тапшырыу, төп осор мәғлүмәттәре лә ҡуйыласаҡ

Быйылғы БДИ-ла ҡатнашыусылар Дәүләт хеҙмәте порталы аша үҙ һөҙөмтәләрен белә аласаҡ.  

Сайтта теркәлгәндән һуң  «Мәғариф» бүлексәһендә «Документтар» бүлегенә инеп, йәки Дәүләт хеҙмәттәренең мобиль ҡушымтаһы аша алырға мөмкин, тип хәбәр итә «Рособрнадзор»ҙың матбуғат хеҙмәте.

Һөҙөмтәләрҙе эшкәрткәндән һуң, әле унда Берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда тапшырыу осоро буйынса мәғлүмәттәр туплана. Төп осорҙа ҡатнашыусылар портал менән файҙаланып, үҙ балдарын белә ала, тип асыҡлыҡ индерәләр ведомствола. Шулай уҡ «Рособрнадзор»  сайтында Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре менән танышыу сервисы эшләй.

Автор:
Читайте нас