+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Апрель 2022, 09:45

Тарих дәресе 1-се кластан уҡыталасаҡ

Был хаҡта Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов белдергән. Министрлыҡта шулай уҡ класҡа йәки белем усағына инер алдынан уҡыусыларҙың телефонын йыйып алыуҙы тәҡдим итергә ниәтләйҙәр.

Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов әйтеүенсә, был бишенсе кластан уҡытылған фән түгел, ә тарихи белем биреү дәрестәре була.

«Тарихи хәтерҙе һаҡлау өсөн барыһын да эшләрбеҙ. Мәктәптәрҙә тарихи белем биреүҙе беренсе кластан уҡ башларға тигән ҡарар ҡабул иттек», — тине Кравцов «Хәҡиҡәттә — көс!» бөтә Рәсәй мәктәп тарихи форумында.

Кравцов әйтеүенсә, Мәғариф министрлығы мәктәптәргә класҡа йәки белем усағына инер алдынан уҡыусыларҙың телефонын йыйып алырға тәҡдим итергә ниәтләй.

Был тәҡдимдәр төбәктәргә май айында ебәрелә, ә 1 сентябрҙән һәр мәктәп был мәсьәлә буйынса үҙаллы ҡарар ҡабул итергә тейеш.

Автор:
Читайте нас: