-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Апрель 2022, 17:05

Бәләкәй генә башланғыстан ҙур ҡыҙыҡһыныуҙарға

Башланғыс кластар араһында ойошторолған IX «Научное PROдвижение — 2022» республика ғилми-ғәмәли конференцияһының һөҙөмтәләре билдәле булды. Таһир Кусимов исемендәге гимназияның йәш эҙләнеүселәре конкурстың ике этабын да уңышлы үтеп, лайыҡлы урындар яуланы.

Бәләкәй генә башланғыстан  ҙур ҡыҙыҡһыныуҙарға
Бәләкәй генә башланғыстан ҙур ҡыҙыҡһыныуҙарға

Башланғыс кластар араһында ойошторолған IX «Научное PROдвижение — 2022» республика ғилми-ғәмәли конференцияһының һөҙөмтәләре билдәле булды. Таһир Кусимов исемендәге гимназияның йәш эҙләнеүселәре конкурстың ике этабын да уңышлы үтеп, лайыҡлы урындар яуланы.

3-сө «б» класы уҡыусыһы Әдилә Мөхәмәҙиева «Тәбиғәттең йәш һаҡсыһы» номинацияһында еңеп сыҡҡан. Ғилми етәксеһе — Н. Ф. Илһамова. Әдилә 1-се кластан ғилми эш менән шөғөлләнә. Тәүге йылы ул районыбыҙҙың файҙалы ҡаҙылмаларын, карьерҙарын һәм шахталарын өйрәнә. 2-се класта быуаттар төпкөлөнән тарих һөйләгән ҡая-таштар менән таныша — Татар ташы, Ғимранташ, Ете ҡыҙ ташы, Әбей ташы һ. б., уларҙың легендаларын туплай. Был эше менән ҡыҙыҡай район ғилми-ғәмәли конференцияһында беренсе урын яулай. Быйыл Әдилә дозиметр ярҙамында район буйынса, атап әйткәндә, Рысҡужа ауылы эргәһендәге мәрмәр карьерында, «Цемикс» заводында, Асҡар ауылының сүплегендә һәм башҡа урындарҙа радиация кимәлен тикшергән. Прибор бөтә ерҙә лә радиация фоны нормаларға яраҡлы кимәлдә булыуын күрһәткән. Был эше менән ҡыҙыҡай Бәләкәй фәндәр академияһы район конкурсында ла ҡатнашып, өсөнсө урынға лайыҡ булған.
Ошо уҡ кластан Рамаҙан Хөснитдинов «Кеше һанлы донъяла» секцияһында II урынға лайыҡ булған. Малай бөтә яңылыҡтарҙы өйрәнергә, баҡса үҫтерергә, олатаһы менән бергәләп бал ҡорттарын ҡарарға ярата. Әле бәләкәй генә килеш, 1-се класта уҡығанында ул «Нисек тәмле ташҡабаҡ үҫтерергә?» тигән тема буйынса эшләй, йәшелсәлә әсе тәм барлыҡҡа килеү сәбәптәрен асыҡлай һәм район кимәлендә II урын яулай. Киләһе уҡыу йылында йәш эҙләнеүсе бал ҡорттарының һаулыҡ өсөн ниндәй файҙа килтереүҙәрен өйрәнә, нәҙекәйбилдәрҙән сағылыу тәбиғи антибиотик булыуын иҫбатлар өсөн Республика халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәгенә барып ҡайта. Был тикшеренеү эше менән ғилми-ғәмәли конференцияла тағы ла икенсе урынға сыға. Ағымдағы уҡыу йылында Рамаҙан беҙ фантастик фильмдарҙа ғына күргән 3D-голограмманы, йәғни әйберҙәрҙең өс үлсәмле сағылышын үҙе эшләй алыуы менән таң ҡалдыра.
3-сө «г» класы уҡыусыһы Усман Теләүғолов та ғилми эҙләнеү юлында уңышлы шөғөлләнә. Ул «Кеше сәнғәт донъяһында» секцияһында II урын яулаған. Ғилми етәксеһе — Й. Р. Хисаметдинова. Усман йыл һайын «Һаумы, һаумы, Әкиәт!» конкурсында ҡатнаша һәм үҙенең сығышы өсөн ҡул аҫтында булған әйберҙәрҙән декорациялар әҙерләй. Былтырғы уҡыу йылында Мәскәү ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй кимәлендәге «Леонардо» ижади эштәр фестивалендә өсөнсө урын яулауға өлгәшеүе ошо юҫыҡтағы эшен артабан дауам итергә илһамландырған. Үткән йылда декорациялар өсөн ҡул ҡурсаҡтары текһә, был юлы ул ябай пластилин ярҙамында «Әбйәлил» әкиәтен йәнләндергән. Пластилиндан анимация йүнәлешендәге эше район кимәлендәге «Киләсәккә аҙым», республика буйынса «Совёнок – 2022» конференцияларында беренсе урын яулаған. Фәнни эш менән бер рәттән Усман «Һаумы, һаумы, Әкиәт!» конкурсында ла алдынғылыҡты бирмәй. Былтыр районда еңеүсе булып, апайы Әминә менән республика конкурсында ҡатнашҡандар, малайға хатта ҡоролтайҙың махсус бүләге лә эләккән. Ағымдағы уҡыу йылында ла мәктәп күләмендә беренсе урын алған.
Йәш эҙләнеүселәрҙең фәнни-ғәмәли, ижади проекттарын тормошҡа ашырыуҙа йүнәлеш биреүсе ғилми остаздарының һәм бәләкәй генә башланғыстарын да күреп, ҡыҙыҡһыныуҙарын үҫтереүгә булышлыҡ иткән ата-әсәләренең ярҙамын билдәләмәү мөмкин түгел. Нәҡ улар балаларға яңынан-яңы бейегерәк офоҡтарға күтәреләргә ҡанат ҡуялар ҙа инде.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: