+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Апрель 2022, 17:57

Республикала балалар ялын ойоштороуға 1,8 миллиард һум аҡса йүнәлтелә

Башҡортостан ҡаҙнаһында балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға 1 миллиард 798 миллион һум күләмендә аҡса ҡаралған.  #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республикала балалар ялын ойоштороуға 1,8 миллиард һум аҡса йүнәлтелә
Республикала балалар ялын ойоштороуға 1,8 миллиард һум аҡса йүнәлтелә

Атап әйткәндә, шуның бер миллиард 589 миллион 828,6 мең һумы ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙың,  144 миллион 700 мең 900 һумы етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ителгән  балаларҙың ялын ойоштороуға китәсәк, ҡалған 208 миллион 871,2 мең һумы  муниципаль берәмектәр бюджетынан бүленә. Ҡала ситендәге стационар лагерҙа  бер баланың ялын ойошмаларыуға - 942 һум, палатка тибындағы балалар лагерҙарында - 241 һум аҡса ҡаралған.  Мәктәп яны ял һәм хеҙмәт лагерҙарында аҙыҡ-түлек йыйылмаһы  125 һум 60 тинлек ҡарала. Башҡортостанда урынлашҡан бөтәһе 1533 балалар лагеры һәм һауыҡтырыу ойошмалары иҫәпләнә. Шул иҫәптән 92 ҡала ситендәге лагерь, 805 көндөҙгө лагерҙар, 581 мәктәп яны хеҙмәт һәм ял лагеры; 52 махсус (профилле) балалар лагеры; 3 палаткалы лагерь бар. Йәйге осорҙа  республикала  400 мең самаһы баланы ялдың бөтә төр формалары менән солғап алыу күҙаллана, шул иҫәптән ялдың һәм һауыҡтырыуҙың төп формаһы менән 145,2 мең баланы.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: