+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Апрель 2022, 16:00

Мәктәп булһа — ауыл йәшәйәсәк

Ауылда башланғыс мәктәптә өс кеше — ике уҡытыусы һәм техник хеҙмәткәр эшләй.

Ауылда башланғыс мәктәптә өс кеше — ике уҡытыусы һәм техник хеҙмәткәр эшләй. Бында бөгөн 14 бала уҡый, малай-ҡыҙҙарҙы белем иленә әйҙәгән Гөлсиә Шәкирйән ҡыҙы Хәсәнова 33 йыл педагогик стажға эйә булһа, Рәйлә Нурғәле ҡыҙы Хәсәнова өсөн быйылғы уҡыу йылы 23-сөһө. Гөлмәрйәм Шаһивәлиева мәктәпте йыйыштырыусы, балаларҙы тәмле аштары менән һыйлаусы ашнаҡсы вазифаһын да үтәй ул.
Бинаға газ үткән, баҡсаһында һыуға скважина ҡаҙылған, интернет бар. Уҙған йыл мәктәптең АОГВ-һы яңыртылған, электр үткәргес тотошлайы менән алмаштырылған.
Тик шуныһы: бина эсендә уңайлыҡтар булмағанлыҡтан, кескәйҙәр бәҙрәфкә тышҡа йөрөргә мәжбүр.
Уҡытыусылар әйтеүенсә, йәштәр ауылда ҡала, нигеҙ ҡора, әле йыл һайын беренсе класҡа 3-4 бала килеүе көтөлә. Балалар булғас, мәктәп эшләйәсәк, мәктәп булһа — ауылдың киләсәге бар, тимәк. Үҫеп килеүсе быуын хаҡында хәстәрлек күреп, ауыл халҡы бергәләп эшҡыуар Һиммәт Шаһивәлиев биргән материалдарҙан үҙ көсө менән уйын майҙансығы эшләүе маҡтауға лайыҡ.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: