+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Май 2022, 16:05

Әбйәлил студенттарының йондоҙ сәғәте

Рәсәйҙә «Абилимпикс» Милли чемпионаты быйыл 8-се тапҡыр ойошторола һәм ул киң билдәлелек яулаған «WorldSkills» конкурсының аналогы булып тора. 18 – 26 апрелдә Башҡортостанда быйылғы Милли чемпионаттың төбәк һайлау этабы үтте.

Әбйәлил студенттарының йондоҙ сәғәте
Әбйәлил студенттарының йондоҙ сәғәте

Абилимпикс — инглиз теленән тәржемә иткәндә мөмкинлектәр олимпиадаһы тигәнде аңлата. Инвалидлыҡтары булған һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләр араһында уҙғарылған һөнәри оҫталыҡ олимпиадаһының төп маҡсаты ошо категория граждандарҙы социализациялауға һәм уларҙың артабанғы мәшғүллегенә булышлыҡ итеү. Рәсәйҙә «Абилимпикс» Милли чемпионаты быйыл 8-се тапҡыр ойошторола һәм ул киң билдәлелек яулаған «WorldSkills» конкурсының аналогы булып тора. 18 – 26 апрелдә Башҡортостанда быйылғы Милли чемпионаттың төбәк һайлау этабы үтте. Унда Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалы студенттары уңышлы сығыш яһап, призлы урындар яуланы.

Йәшерен-батырыны юҡ, психолог-медик-педагогик комиссия тарафынан бирелгән сәләмәтлек мөмкинлеге сикле тигән белешмә нигеҙендә мәктәптә 9 класс уҡып сыҡҡандар байтаҡ хәҙерге ваҡытта. Әммә аттестат урынына бирелгән таныҡлыҡ менән артабан уҡыуҙы дауам итеүҙә һайлау мөмкинлеге әллә ни ҙур түгел. Ғөмүмән, күп уҡыу йорттарында аттестатһыҙ ҡабул итмәйҙәр. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балаларҙың ниндәйҙер һөнәр үҙләштереүенә булышлыҡ итеү маҡсатында бәғзе бер колледждарҙа махсус төркөмдәргә наборҙар туплана. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалында, мәҫәлән, «Ашнаҡсы» профиле буйынса 10 айлыҡ курстар ойошторола. Ағымдағы уҡыу йылында бында өсөнсө сығарылыш диплом аласаҡ. П21-22 төркөмөндә бөгөн 12 студент һөнәр үҙләштерә. «Абилимпикс» чемпионатында нәҡ улар һөнәри оҫталыҡтарын күрһәткән дә инде.
Әйткәндәй, Әбйәлил филиалы был мәртәбәле ярышта 2016 йылдан ҡатнаша. Дөрөҫ, быға тиклем ҙур команда менән барырға тура килмәгән. 2017 йылда «Кулинар эше» йүнәлешендә Йыһанур Яҡупов еңеүсенән ярты ғына балға ҡалышып, икенсе урын яулаған. Быйылғы конкурсанттар иһә үҙҙәренә бағланған өмөттө тулыһынса аҡлап, Конгресс-холда үткән бүләкләү тантанаһында ҡатнашҡан, ә иң яҡшылар Башҡортостан йыйылма командаһы составында көҙгөһөн Мәскәүҙә уҙасаҡ финалға барасаҡ. Саҡ ҡына алғараҡ китеп улар араһына беҙҙең йәш һөнәрмәндәрҙең дә эләгеүен һөйөнсөләгем килә.
Республика чемпионатында 700 кеше ҡатнашҡан. Ҡатнашыусылар араһында йәш сикләүе юҡ: балалар, студенттар һәм белгестәргә һөнәри оҫталыҡтарын һынап ҡарауға тиң шарттар булдырылған. Олимпиада дүрт көн дауамында 76 компетенция буйынса төрлө ҡалаларҙа урынлашҡан һөнәри белем биреү ойошмаларында, бөтәһе 27 майҙансыҡта уҙған. Әбйәлил студенттары үҙҙәрен өс компетенцияла һынаған.
Таштимер ауылы егете Арслан Хызыровты остазы, чемпионат телендә әйткәндә эскперт-компатриоты Илдар Әбделғәзин «Иретеп-йәбештереү технологиялары» йүнәлеше буйынса ентекле әҙерләгән. «Студент бик тырыш, өйрәткәнде тиҙ үҙләштерә. Бер ҡулы эшләмәүенә ҡарамаҫтан, башҡаларҙан эшкә таһыллығы менән айырылып тора, шуға күрә чемпионатҡа нәҡ уны әҙерләнем», — ти Илдар Таһир улы. Иретеп-йәбештереүселәр ярышы Өфөлә Башҡорт иретеп-йәбештереү, монтажлау һәм сәнәғәт производствоһы колледжының махсус полигонында 6 сәғәт дауам иткән. Конкурс заданиеһына ярашлы егеттәр вертикаль йөй яһау, аҫ яҡтан йәбештереү һәм торба тоташтырыу буйынса оҫталыҡтарын күрһәткән. Арсландың тырышлығы ҡатнашыусы сертификаты менән баһаланған.
Колледжда ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса түңәрәктәрҙә лә шөғөлләнергә була. Ишкилде ҡыҙы Зинира Насирова уҡыуҙан тыш ваҡытын бушҡа уҙғармай, социаль педагог Фәйрүзә Салауатова алып барған ҡул эштәре түңәрәгенә йөрөй. Ул һынау тотҡан «Ырғаҡ менән бәйләү» компетенцияһы буйынса олимпиада Өфө һөнәрселек һәм сервис колледжы базаһында уҙған. Аудиторияға ырғаҡ һәм төҫлө ептәр генә алып ингән конкурсанттар 3,5 сәғәт эсендә һоҡланғыс ижад емештәре тыуҙырған. Зинира өкө формаһында сумка бәйләгән. Ҡатмарлы ғына схема буйынса бәйләү техникаһын уҡытыусыһы менән конкурсҡа тиклем нығытыу бик шәп һөҙөмтәһен биргән — ҡыҙ үҙенең йүнәлешендә өсөнсө урын яулаған.
Буласаҡ ашнаҡсылар «Кулинар эше» компетенцияһында ҡатнашмай ситтә тороп ҡалһа яҙыҡ булыр ине. Был йүнәлештә команда менән эшләргә кәрәк була һәм беҙҙең колледждан ике команда Розалина Ғүмәрова (Иҫке Балапан) менән Илнар Искәнйәров (Тупаҡ), Илья Кочкуров менән Кирилл Запольский (икеһе лә балалар йорто тәрбиәләнеүселәре) әҙерләнә. Чемпионатҡа әҙерлек этабында ашнаҡсы-кондитер һөнәренә уҡытыусы бөтә педагогик состав — уҡытыусы Анна Ниғәмәтйәнова, производствоға өйрәтеү мастерҙары Гөлшат Шакирйәнова, Әлиә Хәйбуллина, Динара Әхтәмова әүҙем ҡатнаша. Ярыш ваҡытында командалар ике сәғәт ваҡыт арауығында өс төрлө ризыҡ — балыҡтан ҡамырлы ҡабымлыҡ, ҡош итенән соус һәм гарнирлы аш, шоколадлы десерт бешереп өлгөртөргә тейеш була. Эксперт-компатриоттар итеп билдәләнгән Гөлшат Шакирйәнова һәм Әлиә Хәйбуллина оҙатыуында ҡыҙ-егеттәр Өфө туҡланыу индустрияһы һәм сервис колледжының Стәрлетамаҡ филиалына юл тота. Ике команда ла ярышта һынатмай, заданиеларҙы уңышлы башҡара. Розалина һәм Илнар өсөнсө урын яулаһа, Илья менән Кирилл олимпиаданың еңеүселәре тип табыла.
Чемпионатта уңышлы сығыш яһаған студенттар Конгресс-хол сәхнәһендә тәбрикләнгән. Еңеүселәр һәм призерҙар БР Мәғариф министрлығының дипломы, «Абилимпикс» олимпиадаһында һынау тотоуҙары тураһында сертификат, миҙалдар һәм «Офис-класс» магазинына төрлө суммаларға карталар менән бүләкләнгән.
— Был еңеүҙәр беҙҙең һөнәри белем биреү учреждениеһы өсөн юғары күрһәткес. Чемпионатта ҡатнашыусыларыбыҙ ышанысыбыҙҙы аҡланы. Беҙ, педагогтар, уҡыусыларыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Балаларының уңыштары өсөн ата-әсәләр ҙә бик шат, — тип һөйләй педагог Анна Николаевна.
Ҙур ҡаҙаныштары менән үҙҙәре уҡыған колледждың мәртәбәһен күтәргән П21-22 төркөмө студенттары тиҙҙән ҡулдарына һөнәрле булыуҙары тураһында диплом аласаҡ. Әйткәндәй, диплом эштәрен яҡлау буйынса имтихан (был осраҡта иҫ киткес нәзәкәтле аш-һыу шедеврҙары әҙерләү) Учалыла сертификацияланған махсус майҙансыҡта уҙасаҡ һәм артабан инде һәр береһе үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫасаҡ. Илья менән Кирилл колледждан әле генә айырылмаясаҡ, уларҙы остаздары Рәсәй күләмендәге Милли чемпионатта лайыҡлы ҡатнашыуға әҙерләйәсәк. Был ике егетте артабан башҡа һөнәри уҡыу йорттарына урынлаштырыуҙы ла хәстәрләй колледж етәкселеге. Сөнки бер кеме лә булмаған етем балаларҙы 16-17 йәштән тормош даръяһына сығарып ебәреүгә ҡарағанда яңы һөнәрҙәргә уҡытыу яҡшыраҡ. Уҡыған осраҡта 22 йәшкә тиклем дәүләт тәьминәтендә буласаҡтары тураһында үҙҙәренә лә әйтеп аңлатып торалар.

 

 

Әбйәлил студенттарының йондоҙ сәғәте
Әбйәлил студенттарының йондоҙ сәғәте
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: