-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Май 2022, 21:10

Асыҡ ишектәр көнө

“Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында буласаҡ абитуриенттар өсөн “Асыҡ ишектәр көнө“ үтте. Осрашыуға Күсем руднигы, Озерный,  Михайловка мәктәптәре, Т.Кусимов исемендәге гимназия уҡыусылары килде.

Асыҡ ишектәр көнө
Асыҡ ишектәр көнө

“Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында буласаҡ абитуриенттар өсөн “Асыҡ ишектәр көнө“ үтте.
Осрашыуға Күсем руднигы, Озерный,  Михайловка мәктәптәре, Т.Кусимов исемендәге гимназия уҡыусылары килде.

Сараның маҡсаты – егеттәр һәм ҡыҙҙарға һөнәр һайлауҙа ярҙам итеү, уҡыу шарттары менән таныштырыу.

         Филиал етәксеһе С. Т. Зәйнуллин колледжда уҡытҡан һөнәрҙәр, уҡытыусылар коллективы тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтте. Тәрбиәүи эш өсөн яуаплы Г. Р. Ишмырҙина студенттарҙың мәҙәни-йәмәғәт һәм спорт тормошо менән таныштырҙы, колледжда һәм ятаҡта уҡыусылар өсөн эшләгән секциялар хаҡында ла бәйән итте.
Беренсе  курс студенттары ҡунаҡтар алдында концерт менән сығыш яһаны.

Оҫта ҡуллы уҡыусыларҙың бәйләнгән, тегелгән, сәйләндән эшләнгән әйберҙәренән күргәҙмә лә ойошторолдо.

Ҡунаҡтарға уҡыу йорто буйлап экскурсия үткәрелде. Ҡыҙҙар һәм егеттәр уҡыу дәрестәре һәп уҡыу практикаһы үткән кабинеттарҙы ҡараны. Егеттәр иретеп-йәбештереү аппараты менән эшләп тә ҡараны, уҡыу машинаһында, тракторҙа йөрөп ҡарарға теләүселәр ҙә табылды, ашнаҡсыларҙың нисек итеп тәмлекәстәр бешереүен дә күҙәттеләр.

Уҡыу йортоноң спорт залында ҡунаҡтар волейбол уйнанылар, бәғзеләре  тренажерҙарҙа күнекмәләр яһанылар.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: