+9 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Май 2022, 12:30

Балалар баҡсаларына –грант!

Башҡортостан Республикаһының биш балалар баҡсаһы федераль бюджеттан грант алды. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан Республикаһының биш балалар баҡсаһы федераль бюджеттан грант алды, ул ғына түгел, мәктәпкәсә йәштәге булған ата-әсәләргә консультация үҙәктәрен булдырыуға һәм тәьмин итеүгә лә конкурс нигеҙендә һайлап алыу турында еңеүсе булды.

“Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ата-әсәһенә (законлы вәкилдәренә) психологик-педагогик, методик, диагностик һәм консультация ярҙамын күрһәтеү буйынса Өфө ҡалаһының 227-се, 263-сө, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 36-сы балалар баҡсаһы грант аласаҡ. "Ата-әсәләр менән үҙ-ара эш итеү моделен булдырыу" йүнәлеше буйынса Өфө ҡалаһының 251-се һәм 225-се балалар баҡсаһы грант ала.

Гранттарҙың дөйөм суммаһы биш миллион һум тәшкил итә, һәр ойошма федераль бюджеттан бер миллион һум аласаҡ. Былар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указына ярашлы булдырылған "Мәғариф" милли проектының "Заманса мәктәп" федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бойомға ашырыла

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: