+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Май 2022, 11:56

Студенттар фәнгә ылыҡһын өсөн

Башҡорт дәүләт педагогия университетында “Үҙгәреүсән донъяға йәштәрҙең ҡарашы” тигән конкурс уҙҙы. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Фән” милли проекты (национальный проект “Наука”) йәштәрҙе үҫтереү  өсөн күп мөмкинлектәр аса. Мәҫәлән, яңыраҡ М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҙған “Үҙгәреүсән донъяға йәштәрҙең ҡарашы” тигән Бөтә Рәсәй ғилми эштәр конкурсы ла фән менән ҡыҙыҡһынғандарға ифрат әһәмиәтле булды.

Бындай конкурс хәҙер туғыҙынсы тапҡыр үткәрелә. Был юлы ла ул Тарих, хоҡуҡ һәм социаль-гуманитар белем биреү институты етәкселеге ярҙамында, Йәмғиәтте өйрәнеү, хоҡуҡ һәм социаль идаралыҡ кафедраһы тарафынан ойошторолдо.

Маҡсат – студенттарҙы, мәктәп уҡыусыларын йәмғиәтте өйрәнеү тематикаһы буйынса тикшеренеү эштәренә йәлеп итеү, һанлы донъяның социаль әһәмиәтле проблемаларын анализлауға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу. Конкурста ҡатнашыусылар эксперттар ҡарамағына өс номинация буйынса эштәрен тәҡдим итте: “XXI быуат  йәштәре”, “Киләсәк уҡытыусыһы”, “Заманса йәмғиәт һәм кеше”.

Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты: Иркутск өлкәһе, Краснодар крайы, Башҡортостан, Пермь, Тамбов, Ярославль һәм Мәскәү.

Тәүге тур ситтән тороп үткәрелде. Унда эксперттар – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Йәмғиәтте өйрәнеү, хоҡуҡ һәм социаль идаралыҡ кафедраһы уҡытыусылары, шулай уҡ партнерҙар иң уңышлы эштәрҙе һайлап алды. Ошо хеҙмәттәрҙең авторҙары артабанғы этапҡа саҡырылды, унда еңеүселәр билдәләнде.

Конкурстың икенсе этабы быйыл өс дискуссия майҙансығында ойошторолдо. Ҡатнашыусылар һәм эксперттарға аралашыу мөмкинлеге лә киң булды. Мәктәп уҡыусылары ла был сарала заман йәмғиәтенә, белем биреүгә, уҡытыусы һөнәренең социаль әһәмиәтенә ҡағылышлы һорауҙарға яуап эҙләне.

"Башҡортостан" гәзите сайтынан.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: