+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Май 2022, 17:25

Туғыҙынсылар өсөн һуңғы ҡыңғырау сыңланы

Бөгөн 1-се Асҡар урта мәктәбендә 9-сы кластар өсөн  "Һуңғы ҡыңғырау" тантанаһы уҙҙы. Биш параллель класта 106 уҡыусы. Улар араһынан ҡайһы берәүҙәр өсөн мәктәп ҡыңғырауы, ысынлап та, һуңғы тапҡыр сыңланы. Алда төп дәүләт һынауҙары. Уңыштар һеҙгә! (Төп дәүләт иимтихандары тураһында тулы мәғлүмәт сайтта урынлаштырылды).

Туғыҙынсылар өсөн һуңғы ҡыңғырау сыңланы
Туғыҙынсылар өсөн һуңғы ҡыңғырау сыңланы

Быйыл төп дәүләт имтиханын тапшырыуға 42 мең 411 туғыҙынсы синыф уҡыусыһы теркәлгән. Һынауҙар традицион формала үтәсәк, уҡыусыларға өлгөргәнлек аттестаты алыу өсөн дүрт фәнде тапшырырға кәрәк: урыҫ теле, математика һәм  һайлау буйынса ике фән.  

Төп осор бөгөн, 18 майҙа, башҡорт әҙәбиәте буйынса имтихандан башланып, 9 июлгә тиклем дауам итәсәк. Өҫтәмә осор –  5-енән 24 сентябргә тиклем. Төп дәүләт имтиханы теҙмәһе республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министрлығының сайтында урынлаштырылған (https://education.bashkortostan.ru/activity/2434/ ).

Быйыл да, ғәҙәттәгесә, туғыҙынсы кластар йәмғиәтте өйрәнеү, информатика һәм мәғлүмәти-коммуникатив технологиялар, биология, география фәндәрен күп һайлаған.

Кисерерлек сәбәптәр арҡаһында төп осорҙа һынауҙа ҡатнаша алмағандар, шулай уҡ ҡәнәғәтләнерлек булмаған һөҙөмтә алғандар (ике фәндән артмаған) 23 июндән 9 июлгә тиклем резерв көндәрҙә имтихан тапшыра ала.

Республикабыҙҙа төп дәүләт имтиханы яңы технология буйынса үткәрелә: имтихан материалдары һаҡланған бәйләнеш каналдары буйынса ебәрелеп, һынау тотоусыларҙың алдында аудиторияларҙа сығарылып биреләсәк. Был процедура Рәсәйҙең 12 төбәгендә ҡулланыла.

Туғыҙынсылар өсөн һуңғы ҡыңғырау сыңланы
Туғыҙынсылар өсөн һуңғы ҡыңғырау сыңланы
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: