+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Май 2022, 16:34

Балалар туризмы үҫешәсәк

2022 йылда Башҡортостанда балалар туризмын үҫтереү өсөн федераль бюджеттан 55 миллион һум аҡса бүленде. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Был аҡса туроператорҙарға тыуған төбәктә балалар өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы туристик хеҙмәт ойоштороуға  киткән сығымдарын субсидиялауға китәсәк.

Был сара аша республиканың 11,1 меңгә яҡын 5-9 синыф уҡыусы балалары бер көнлөк турҙа ял итеүе күҙаллана. Ростуризм талаптарына ярашлы, бер кешегә тур хаҡы 7 мең һумдан кәм булмаҫҡа тейеш, ә оҙайлығы 24 сәғәттән кәм булмауы шарт.

Бының өсөн  республика ҡаҙнаһынан берлектә финанслауға 22 миллион һум бүленә. Тимәк, дөйөм алғанда балалар турын ойоштороуға 77 миллион һум аҡса бүленәсәк. Бындай, балалар үҫешенә йоғонто яһаусы сара,  «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты нигеҙендә атҡарыла.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: