+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Май 2022, 09:15

Хәйерле аҡ юлдар һеҙгә, уҡыусылар!

Өлкән синыф уҡыусыларының мәктәп менән хушлашыр «Һуңғы ҡыңғырау” байрамдары етте. Аҡ бантиклы, төрлө төҫтәге ленталар таҡҡан ҡыҙҙар-егеттәр ҡыйбатлы матур күлдәктәрен, костюмдарын кейеп, мәктәп вальсын бейенеләр. Бөгөнгө “Һуңғы ҡыңғырау” тантаналары бигерәк матур үтә. Кейгән затлы кейемдәре, ҡулдарҙа меңәрләп һумға алынған сәскә гөлләмәләре, күҙ яуын алырлыҡ шарҙар, бүләктәр...

Хәйерле аҡ юлдар һеҙгә, уҡыусылар!
Хәйерле аҡ юлдар һеҙгә, уҡыусылар!

Өлкән синыф уҡыусыларының мәктәп менән хушлашыр «Һуңғы ҡыңғырау” байрамдары етте. Аҡ бантиклы, төрлө төҫтәге ленталар таҡҡан ҡыҙҙар-егеттәр ҡыйбатлы матур күлдәктәрен, костюмдарын кейеп, мәктәп вальсын бейенеләр Бөгөнгө “Һуңғы ҡыңғырау” тантаналары бигерәк матур үтә. Кейгән затлы кейемдәре, ҡулдарҙа меңәрләп һумға алынған сәскә гөлләмәләре, күҙ яуын алырлыҡ шарҙар, бүләктәр... Һәммәһе лә бөгөнгө матур, етеш тормош сағылышылыр ҙа был, балалар бөгөн бәхетле, йөҙҙәре шатлыҡҡа тулы...
Бына-бына 11 йыл буйы алған белемдәрен йомғаҡлап, дәүләт имтихандарын уңышлы  тапшырып, оло тормош юлына аяҡ баҫыр көндәре лә насип булыр. Бергә уҡыған һабаҡташтар, дуҫтар, уҡытыусылар, тыуған мәктәбең, хатта ултырып уҡыған партаң – барыһы-барыһы менән бер мәл айырылышыу ғүмерлеккә күңел төбөндә онотолмаҫ бер һағыш һәм хәтирә генә булып иҫтәрендә ҡалыр.
Тулҡынландырғыс та, һағышлы ла, ҡыуаныслы ла был байрам мәленә тәбиғәт, көтмәгәндә, үҙ һынауҙарын биреп барыусан була.

 Үҙем ҡырҡ йылға яҡын уҡытыусы булып эшләгән дәүеремдә “Һуңғы ҡыңғырау” байрамдарының аяҙ матур көндәрен, ямғыр ҡатыш ҡарлы мәлдәрен йә булмаһа, тубыҡ тиңе ҡарҙар яуып һалып ҡуйғанының шаһиты ла булдым.
1992 йылдың 24 майы… Минең 10 уҡыусынан торған класым урман, йылға буйҙарына иртәгәһе буласаҡ һуңғы ҡыңғырауға “Ҡыҙыл китап”ҡа ингән алтынбаш (купальница) сәскәләрен тамырына зыян килтермәй генә йыйырға киттеләр. Был гөлләмәләр яратҡан уҡытыусыларына, шулай уҡ ата-әсәләренә иң ҡәҙерле бүләк буласаҡ! 25 май, күптән көтөп алған ҡыуаныслы көн дә килеп етте! Иртән тороуға ,ней күҙҙәре менән күрһендәр, тубыҡ тиңе ҡар яуып һалып ҡуйған... Ағас ботаҡтарын көс еткеһеҙ ауыр ҡар һындырған,сирень менән муйыл сәскәләре һәленеп һынып төшкән... Йән әсемәле шул һынған сәскәләр, ирекһеҙҙән, уҡыусыларҙың тик алтынбаш сәскәһенән торған гөлләмәһен биҙәне генә. Мәктәп алдында үтәсәк сара мәктәп фойеһына күсте. Әммә көтөлмәгән тәбиғәт “сюрпризы” балалар кәйефен төшөрмәне.
“Һуңғы ҡыңғырау” байрамдары һәр ваҡытта бөгөнгө байрамдар кеүек барлыҡ техник саралар, интернеттан алынған әҙер сценарийҙар менән үтмәне. Элекке вожатыйҙарҙың, синыф етәксеһенең оҫталығына, ойоштороу һәләтенә лә бәйле булыр ине ул.

Быйыл 40-ар йәштәрен тултырған уҡыусыларымдың 7 йыл буйы синыф етәксеһе булдым. 90-сы йылдар аҙағы. Барлыҡ нәмәгә ҡытлыҡ. “Һуңғы ҡыңғырау” байрамдары йылда бер төрлө үтер ине: әҙәби-музыкаль монтаж, унда йырлана торған берҙән-бер “Һаубуллашыу йыры”. 1999 йылғы сығарылыш уҡыусылары менән был тантананы баштан-аяҡ үҙгәртеп, яңылыҡтар менән үткәрергә ниәтләндек. Класта бер бөртөк тә малай булмаған ҡыҙҙарым аҡ ҡына күлдәктәр кейергә, “Выпускник-1999” тип яҙылған ҡыҙыл туҡыманан таҫма эшләргә, “Мәктәп вальсы”на бейергә һөйләштеләр. Ябай ауыл мәктәптәренә ундай яңылыҡ килеп етмәгән ине әле. Таҫманы тектереү өсөн ҡыҙыл материалды ҡайҙан алырға, бер ерҙән дә таба алырлыҡ түгел. Илсиәбеҙ йыйнаҡ өләсәһе һандығында һаҡланған Маһинур Насырйәнова апайҙан өс метр дефицит ҡыҙыл материал һатып алып килде, ҡыуанысыбыҙҙың сиге булманы шундай тауар табыуҙан. 10 ҡыҙға ауылдашыбыҙҙан таҫмаларға яҙҙырып алдыҡ. Баҡһаң, ул ағайҙары “выпусКник”һүҙендәге урталағы К хәрефен төшөрөп ҡалдырған. Ни эшләргә? Башҡаса материал юҡ. Ҡатыны был хатаны хәл итеү юлын тапты. Бәйләй торған артҡы өлөштән тауарын ҡырҡып алып, һәр таҫмаға ямау һалып, теге хәрефте яҙҙырып биргәйне. Бөгөн уҡыусыларым хәтерләүенсә, һуңғы ҡыңғырауға ике ай самаһы әҙерләнгәнбеҙ икән. Хәлилдән күптән фани донъянан киткән Маһинур апай Дәүләтҡолованың, Буранғолдан Камил Ниғмәтовтың йырҙарын тиҙ генә яҙҙырып алып, өйрәндек. Зөһрә Фәйзуллинаның ижад иткән “Мәктәп вальсы”на өйрөлөргә көндә репетиция яһаныҡ. “Бына шулай, юҡтан бар яһап, тик яңыса өлгөлә барын хайран ҡалырлыҡ итеп тәүге мәртәбә “Һуңғы ҡыңғырау” байрамына үҙгәреш яһағайныҡ” тип, көлә-көлә хәтерләй ҡыҙҙарым. Мәктәптә һуңғы ҡыңғырау тантанаһы һәр баланың күңелендә ғүмергә хәтерҙә ҡалыр бер онотҡоһоҙ байрам ул. Уҡыусылар йөрәк түренән сыҡҡан иң-иң хисле сығыштары менән барыһын да илатырҙар ине.

Мәктәпте тамамлап сығып китәсәк балаларының һәр сығышы ата-әсәләрен дә битараф ҡалдырмай торғайны, бер аҙ күҙ йәштәрен сығарыуға ла килтерә торғайны. Нисәмә йылдар уҡытҡан уҡыусылары менән хушлашыу уҡытыусыларҙың да йөрәген һыҙлатмай ҡалманы. Иң оло булған мәрхүмә уҡытыусыбыҙ Ҡаһирова Мәрйәм Миңлеғол ҡыҙының бер байрамда түгелеп илауы бөгөнгөләй күҙ алдымда.
Һуңғы ҡыңғырау байрамы үтҽүҽнҽң ни тиклҽм ябайлығын да яҙып үтәһем килә. Уҡыусылар элек алтынбаш сәскәләрен һуңғы ҡыңғырау мәлҽндә ата-әсәләргә, уҡытыусыларға бүләк итәләр инҽ. Ә бҽҙ уларҙы ҙур ҡәнәғәтлҽк мҽнән ҡабул итәбҽҙ, ҡыуана-ҡыуана өйгә алып ҡайтып тәҙрә төптәрҽнә һулығансы ултыртып ҡуя инҽк... Ул сәскәләрҙҽ бҽҙ бөгөнгө заман уҡыусылары бүләк иткән рауҙа,х ризантҽма сәскәләрҽнә тиңләгәндәй ҡабул иткәнбҽҙҙҽр. Ата-әсәләрҙҽң кҽҫәһҽнә бҽр бала ла инҽп йонсотмаҫ инҽ ул саҡта. Һис бҽр бүләк бирҽш тә булманы, ҡайһылай шәп заман булған! Заман башҡа – заң башҡа тигән булабыҙ, заңын үҙҽбҽҙ булдырабыҙ бит. Уҡытыусылар бөгөн дә бүләк талап итмәй, минҽң фҽкҽрләүҽмсә, хәллҽ ата-әсәләрҙҽң араһынан ҡайһы бҽрәүҙәрҙҽң тәҡдимҽн кирҽ ҡаға алмаусы ата-әсәләр күбҽрәктҽ тәшкил итәлҽр. "Үлҽмдән оят көслө" тигәндән сығып, мөмкинсҽлҽгҽ булмағанда ла, һуңғы " һуҡыр тинҽн дә" сығарып һалалыр. Совет иле мәктәптәрҽн тәнҡит утына тотһалар ҙа, бҽлҽм бирҽү систҽмаһы, уҡытыу-тәрбиәһҽнә бҽр ни ҙә ҽтмәгәндер, бар нәмә бушлай. Ата-әсәгә балаһын ашатып, ябай, әммә матур һәм сифатлы формалар кейҙереп, тейешле тәрбиә биреп бушлай уҡытыуҙан да ҙур бәхет булмағандыр.
Әле интернеттан Баймаҡ мәктәптәрендәге уҡыусыларҙың хөрмәтле уҡытыусылары менән ата-әсәләренә бүләк иткән беҙҙең яратҡан алтынбаш сәскәләре гөлләмәһен күреп, үткән ябай хеҙмәт йылдарым, уҡыусыларым, яһалмалыҡтан да өҫтөнөрәк булған Ябайлыҡ, ихласлыҡ байрамдары хәтирәләремде яңыртты. Булған икән шул матур һәм ябай үткән мәктәп байрамдары!
Мөмкинлектәр булғанда бөгөн шулай шау-гөр үтһен “Һуңғы ҡыңғырау” байрамдары! Уҡыусылар күңелендә мәңгегә уйылып ҡалыр, онотолғоһоҙ ҙур ваҡиға бит ул! Ошо тантаналы оло байрам уңайы менән сығарылыш уҡыусыларын ҡотлап, имтихандарын уңышлы ғына тапшырып, ҡуйған маҡсаттарына өлгәшеүҙәрен теләйем!Хәйерле аҡ юлдар, һеҙгә уҡыусылар!

Мөнирә Кирәйева,

Тал Ҡусҡары ауылы.

Автор:
Читайте нас: