+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Май 2022, 16:55

Иң яҡшы белем усағы - Салауат урта мәктәбе

Кисә баш ҡаланың  “Торатау” Конгресс-холында республика ҡала һәм райондарының иң яҡшы мәктәптәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. 2021-2022 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса Әбйәлил районының иң яҡшы белем усағы тип Салауат урта мәктәбе танылды.  Ошо уҡ сарала Гагарин кубогы олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары тәбрикләнде.

Иң яҡшы белем усағы - Салауат урта мәктәбе
Иң яҡшы белем усағы - Салауат урта мәктәбе

Тантанала Таштимер урта мәктәбенең Салауат филиалы директоры Миләүшә Зөбәйер ҡыҙы Шәйәхмәтова һәм ошо белем усағынан олимпиада призерҙары – 8-се кластан Гөлсөм Йосопова менән 3-сө кластан Искәндәр Моталов ҡатнашты.

Шулай уҡ ағымдағы уҡыу йылында 1-се Асҡар урта мәктәбенән Руслана Нишанова (уҡытыусыһы Ф. Ғ. Мортазина), Яңы Балапандан Гөлсибәр Байғәҙәмова (Л. М. Зәйтүнова) һәм Салауаттан Линар Аҡмырҙин (Р. С. Хафизова) Гагарин кубогы олимпиадаһының призерҙары булды.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: