«Кем булырға? Киләсәккә һөнәр һайлау — кеше тормошондағы иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Күңелеңә ятҡан эшеңде табыу, уны ҙур кинәнес менән башҡарыу, эш урыныңа байрамға кеүек барыу... Был саҡта, әлбиттә, хеҙмәтеңдең һөҙөмтәһе лә емешле буласаҡ. Шуның өсөн мәктәпте тамамлаусы ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе төрлө һөнәрҙәр менән даими таныштырыу мөһим эш.
Төп маҡсаты егеттәр һәм ҡыҙҙарға һөнәр һайлауҙа ярҙам итеү, уҡыу шарттары менән таныштырыу булған сараны асып, филиал етәксеһе С. Т. Зәйнуллин колледжда ниндәй һөнәрҙәргә уҡытыуҙары хаҡында һөйләне, уҡытыусылар коллективы менән таныштырҙы.
— Буласаҡ һөнәреңде һайлау — киләсәгеңде һайлау ул. Һөнәрҙәр бик күп. Ҡайһыһын ғына алһаҡ та, уларҙың һәр береһе йәмғиәтебеҙ өсөн бик кәрәкле. Һөнәре булған, ҡулынан эш килгән кешенең тормошта үҙ урыны, үҙ юлы була. Киләсәктә барығыҙ ҙа ҡыҙыҡлы һәм файҙалы эш һайлап, үҙ һөнәренең оҫтаһы булып китерһегеҙ, тип ышанам, — тине Салауат Таһир улы уҡыусыларҙы тәб-рикләп.
Уҡыу йортонда тәрбиәүи эш өсөн яуаплы булған Г. Р. Ишмырҙина студенттарҙың мәҙәни-йәмәғәт һәм спорт тормошо хаҡында мәғлүмәттәр бирҙе, колледжда һәм ятаҡта уҡыусылар өсөн эшләгән секциялар хаҡында бәйән итте.
Беренсе курс студенттары ҡунаҡтар алдында концерт менән сығыш яһаны.
Оҫта ҡуллы уҡыусыларҙың бәйләнгән, тегелгән, сәйләндән эшләнгән әйберҙәренән күргәҙмә лә ойошторолдо.
Ҡунаҡтарға уҡыу йорто буйлап экскурсия үткәрелде. Ҡыҙҙар һәм егеттәр уҡыу дәрестәре һәм уҡыу практикаһы үткән кабинеттарҙы ҡараны. Егеттәр иретеп йәбештереү аппараты менән эшләп ҡараны, уҡыу машинаһында, тракторҙа йөрөп ҡарарға теләүселәр ҙә табылды, ашнаҡсыларҙың нисек итеп тәмлекәстәр бешереүен дә күҙәттеләр.
Уҡыу йортоноң спорт залында ҡунаҡтар волейбол уйнаны, бәғзеләре тренажерҙарҙа күнекмәләр яһаны.