-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Июнь 2022, 15:49

Рәсәйҙә “Мәғариф тураһында – 2022” конкурсы башлана

Конкурс эксперттары 2021 йылдың 1 декабренән 2022 йылдың 30 октябренә тиклем киң мәғлүмәт сараларында, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә баҫылған иң яҡшы материалдарҙы баһалай.

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Рәсәй Мәғариф министрлығы “Мәғариф тураһында – 2022” Бөтә Рәсәй мәғариф журналистикаһы конкурсы башланыуы хаҡында иғлан итә. Конкурс иң яҡшы журналист тәжрибәһен дәртләндереү һәм илдә мәғариф системаһын үҫтереү хаҡында һөйләүсе медиапроекттарға ярҙам итеү маҡсатында үткәрелә.

Конкурс эксперттары 2021 йылдың 1 декабренән 2022 йылдың 30 октябренә тиклем киң мәғлүмәт сараларында, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә, мессенджерҙарҙа (Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә тыйылғандарҙан тыш) баҫылған иң яҡшы материалдарҙы баһалай.

“Мәғариф өлкәһендә журналистарҙың “Мәғариф тураһында” бөтә Рәсәй конкурсы ун йылдан ашыу уҙғарыла. Проекттың төп маҡсаттары араһында – белем биреү темаһына яҙған авторҙарға ярҙам итеү һәм дәртләндереү, Рәсәйҙә уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү һәм иң яҡшы педагогик тәжрибәләрҙе танытыу. Быйыл да талантлы авторҙарҙы ҡатнашырға саҡырабыҙ, эштәрегеҙҙе көтәбеҙ!” - тине Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов.

 “Мәғариф тураһында – 2022” конкурсы бына инде ун йылдан ашыу илдең бөтә төбәктәренән барлыҡ авторҙар һәм ижади коллективтар өсөн асыҡлыҡ һәм аңлайышлылыҡ традицияларын һаҡлай. Рәсәй мәғарифын үҫтереүҙең төп йүнәлештәрен сағылдырыусы номинациялар составы ғына үҙгәрә.

Быйыл конкурс эштәре ун ике номинацияла ҡабул ителә.

Конкурс ғаризалары сайтта 2022 йылдың 30 октябренә тиклем ҡабул ителә.

Конкурстың Эксперттар советы составына алдынғы федераль киң мәғлүмәт саралары журналистары, медиаиндустрия һәм журналистика өлкәһендә белгестәр әҙерләгән ғилми берләшмә, юғары уҡыу йорттары вәкилдәре, шулай уҡ атҡаҙанған уҡытыусылар һәм эксперттар инәсәк. Улар ҡаралған темаларҙың социаль әһәмиәтлелеге, яҡтыртыуҙың дөрөҫлөгө һәм тәрәнлеге, тәьҫирлелеге, шулай уҡ конкурс талаптарына тап килеүе күҙлегенән конкурс материалдарын баһалаясаҡ.

Конкурс еңеүселәрен 2022 йылдың ноябрендә Мәскәүҙә бүләкләү тантанаһында иғлан итәләр.

Әлеге йүнәлештәге эштәр ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған "Мәғариф" милли проекты (национальный проект "Образование") ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә. 

Фото: schoolnori.arcticschool.ru 

Читайте нас: